Йәнтөйәк
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғариф
12 Февраля 2021, 09:04

IX һәм XI синыфтарҙың дәүләт йомғаҡлау

аттестацияһы көндәре билдәле булды

Берҙәм дәүләт имтиханының төп осоро – 31 майҙан 2 июлгә тиклем, өҫтәмә осоро 12-еһенән 17 июлгә тиклем дауам итәсәк. Был һынауҙы юғары уҡыу йортона инергә теләгән сығарылыш синыф уҡыусылары тапшырасаҡ.
Ә дәүләт сығарылыш имтиханы мотлаҡ булған ике фәндән – математика һәм урыҫ теленән уҙғарыла. Был һынауҙы юғары уҡыу йортона инергә йыйынмаған уҡыусылар бирәсәк.
Туғыҙынсылар өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы быйыл ике мотлаҡ фәндән – математика һәм урыҫ теленән ойошторола. Уларҙың төп осоро – 24 майҙан 2 июлгә тиклем, өҫтәмә осоро – 3-нән 17 сентябргә тиклем.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас