Йәш ғаилә Гөлназ һәм Ринат Әхмәҙуллиндар Мишкә ауылында төпләнгән. Икеһе лә Флорид Бүләков исемендәге Мишкә 1-се лицейында эшләй, матур итеп йорт һалып ингән, балалар үҫтерә.
Ринат Рәлиф улы — Мишкә егете. Зилә һәм Рәлиф Әхмәҙуллиндар ғаиләһендә донъяға килә. Бәләкәй саҡтан теүәл фәндәр менән ҡыҙыҡһына. Мәктәпте уңышлы тамамлаған үҫмер Бөрө социаль-педагогия академияһының Технология һәм эшҡыуарлыҡ факультетына уҡырға инә. Тап бында үҙенең ғүмерлек юлдашы Гөлназ Сиразованы осрата. Гөлназ ошо уҡ бүлектә уҡый. Йәштәр бер-береһен бер күреүҙән оҡшата.
Гөлназ үҙе Бөрөлә тыуа. Зөһрә һәм Наил Сиразовтарҙың беренсе балаһы. 2009 йылда уҡыуҙарын тамамлап, ҡулдарына диплом алалар. Ринат Рәлиф улы хәрби хеҙмәткә алына. Ил алдында хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, матур итеп туй яһайҙар. Әхмәҙуллиндар туғандарының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй – бына инде 10 йыл бәхетле ғаилә тормошон кисерә. Йәш ғаиләлә татыулыҡ, тырышлыҡ, бер-береңә ихтирамлы ҡараш беренсе урынға ҡуйылған.
Ринат Рәлиф улы лицейҙа технология дәрестәрен алып бара. Тормош иптәше Гөлназ Наил ҡыҙы үҙ һөнәре буйынса эш булмағас, декрет ялында ултырғанда башланғыс кластар уҡытыусыһы белгеслеген үҙләштерә һәм әлеге ваҡытта уңышлы эшләй. Уларҙың уҡыусылары йыл да район, республика кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, конкурстарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Үҙҙәре лә төрлө һөнәри бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша, методик берекмә ултырыштарында сығыш яһай, хеҙмәттәштәре менән тәжрибә бүлешә. Ринат Әхмәҙуллин кер йыуыу машиналары, телевизор һәм башҡа көнкүреш техникаһын ремонтлау менән шөғөлләнә. Үҙ ҡулдары менән ихатала ҡар таҙартыу өсөн мини-трактор йыйып ҡуя. Гөлназ тегенергә, бешеренергә ярата.
Бөгөн Әхмәҙуллиндар икеһе лә юғары квалификациялы уҡытыусылар. Ғаиләләренә йәм өҫтәп, Риана һәм Таһир исемле балалары тыуа. Риана дүртенсе класта “5”ле билдәләренә генә өлгәшә, староста итеп тәғәйенләгәндәр. Кескәй Таһир балалар баҡсаһына йөрөй.
Үткән йыл ғаилә өсөн уңышлы булған. Улар икеһе лә 690 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған. Республика Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, йәш ауыл уҡытыусыларына булышлыҡ итеү өсөн булдырылған был грант.
— Икебеҙҙең дә эшебеҙҙе юғары баһалағандары өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Иң беренсе ышанып етмәнек, беребеҙ үтмәһә, икенсебеҙ үтер, тигән уйҙа ғына, икеләнеп кенә ҡатнашҡан инек конкурста. Был беҙҙең өсөн ҙур бүләк, дәртләнеп эшләргә этәргес булды. Ауылдан китергә уйламайбыҙ, беҙ бында төпләнгәнбеҙ, йорт-ҡурабыҙ, яратҡан эшебеҙ бар, һаулыҡ ҡына булһын, — ти Гөлназ Әхмәҙуллина.
Әйткәндәй, егет кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, Ринат Рәлиф улы күптән түгел үҙенең эшен асҡан. Ул хәҙер шәхси эшҡыуар ҙа. Мебель йыйыу, ҡороу цехын асыу уның күптәнге хыялы булған. Алтын ҡуллы, тырыш иренең башланғысын ҡатыны Гөлназ да хуплап, уға бар яҡлап ярҙам күрһәтә.