Йәнтөйәк
+12 °С
Дождь
Антитеррор
Мәғариф
15 Января 2021, 12:42

Матурлыҡты күрергә өйрәтә

Бөрөнән йәш педагог Вадим Ғәлләметдинов грантҡа эйә булды

Вадим Ғәлләметдинов маҡсатлы аҡсаларҙы дәрестәрҙә ҡулланыу өсөн мольберттар, яңы йыһаздар һатып алыуға ҡулланасаҡ.
Вадим ҡаланың 7-се урта мәктәбен тамамлағандан һуң БДУ-ның Бөрө филиалының сәнғәт-графика факультетына уҡырға инә. Өсөнсө курстан ул Вилүр Шакировтың дизайн оҫтаханаһында шөғөлләнә башлай. Уҡытыусылар менән бергә төрлө төбәктәрҙә төрлө проекттар, башлыса скульптуралар өҫтөндә эшләй. Технология һәм эшҡыуарлыҡ факультеты бинаһында курсташтары менән ул интерьерҙы биҙәй, был күләмле декоратив панно уларҙың сығарылыш эше була.
Егет ҡулына диплом алғас, үҙе тамамлаған 7-се мәктәпкә эшкә бара. Ул унда балаларҙың ижадын үҫтерә, донъяның матурлығын күрергә өйрәтә. Биш йыл рәсем уҡытыусыһы булып эшләү дәүерендә Вадим Ғәли улын уҡыусылары яратып өлгөрә. Элекке уҡытыусылары йәки хәҙерге хеҙмәттәштәре лә йәш, ижади ҡарашлы, инициативалы белгесте ихтирам итә.
Вадим һөйләүенсә, ул студент йылдарында проекттар төҙөүсе, дизайнер булырға хыяллана һәм мәктәптә рәсем, һыҙма, донъяуи сәнғәт мәҙәниәте дәрестәренән тыш бик кәрәкле “3D модель әҙерләү нигеҙҙәре” түңәрәген дә ойоштора. Уҡытыусы балаларҙы проекттар төҙөргә, уларға ысын архитекторҙар кеүек презентация эшләргә өйрәтә. Был шөғөл уҡыусыларға төрлө һөнәрҙәр менән дә танышырға мөмкинселек бирә.
Вадим Ғәлләметдинов тәүге эшләгән йылдарында барлыҡ уҡыусыларҙа ла киң фекерләү, күҙаллауҙың яҡшы үҫешмәүен күҙәтә. Ҡайһылары предметтың формаһын, күләмен билдәләй белмәй. Бына шуның өсөн дәрестәрҙә уҡытыуҙың традицион формаларын, алымдарын ғына түгел, идеяларҙы, проекттарҙы күҙ алдына килтерергә ярҙам иткән мультимедиялы йыһаздар, махсус компьютер программаларын әүҙем ҡуллана башлай.
— Тормошта ижади ҡарашлы булыу мөһим, шуға ла рәсем уҡытыусыһы һөнәрен һайланым, — тип һөйләй Вадим. — Теләһә ниндәй эшкә ижади яҡтан ҡарарға кәрәк. Минең яратҡан шөғөлөм — илдәр буйлап сәйәхәт итеү. Шул саҡта минең холҡом матур буяуҙарҙы, ыңғай хис-тойғоларҙы үҙенә һеңдерә, иҫ киткес панорамаға һоҡланам, образдарҙы иҫтә ҡалдырам.
Ижади эшләүсе уҡытыусының ыңғай энергетикаһы тәрбиәләнеүселәренә лә бирелә. Балаларҙың төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, конференцияларҙа ҡатнашыуы һәм еңеүе быға асыҡ дәлил. Ә иң мөһиме — малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың белем алыуға ынтылышы, уларҙың дәрестәге ҡыҙыҡһыныусан ҡарашы, ижадҡа тартылыуы, төрлө техникаларҙа һүрәт төшөрөргә өйрәнеүе, скульптуралар әүәләүе һәм яратҡан уҡытыусылары өлгөһөндә ижад итеүе.
Степан Чиглинцев фотоһы.
Ольга ПЛАТОНОВА.
Читайте нас