Йома көндө район хакимиәте башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлеге секретары Ришат Марат улы Дихин күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән өс уҡыусыға планшеттар тапшырҙы. Шулар араһында өс балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән Уралия Ғилмийәрова ла бар. Уралия бик тырыш уҡыусы, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Ныҡышмал ҡыҙ спорт менән шөғөлләнә, бигерәк тә волейболды үҙ итә. Районда үткән спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Уралия планшет бүләк итеүҙәренә бик һөйөндө һәм артабан тағы ла тырышыбыраҡ уҡыясағын әйтте.
Был ҙур бүләккә ғаиләбеҙ менән бик шатландыҡ. Уралия — оло бала. Икенсе ҡыҙыбыҙ Илнара — 5-се, кесе улыбыҙ Ленар 2-се класта белем ала. Уҙған уҡыу йылында аҙаҡҡы сиректә өсөһө лә дистанцион уҡыны. Бик ауыр булды. Көслөрәк телефондар алырға тура килде. Әле Уралия телефондан шөғөлләнә ине. Был бүләк бик урынлы булды, — тип шатлығы менән бүлеште өс бала әсәһе Лилиә Шәрифулла ҡыҙы.