Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Август 2020, 14:50

Август кәңәшмәһендә ниндәй темалар ҡаралыр?

Быйыл мәғариф буйынса август кәңәшмәһе 21 августа “Торатау” Конгресс-холында үтәсәк. Уның темаһы – “Белем биреүҙең һанлы трансформацияһы – традицион белем биреүҙең перспективалары һәм яңы мөмкинлектәре”.

Кәңәшмә сиктәрендә дискуссия майҙансыҡтары эше ойоштороласаҡ. Унда белем биреүҙең һанлы трансформацияһы сиктәрендә маҡсатлы рәүештә һанлы белем биреү моделен индереү, дөйөм, өҫтәмә һәм профессиональ белем биреүҙе үҫтереү перспективалары, шул иҫәптән белем биреү процесында уңышлы ҡулланылған дистанциялы белем биреү һәм электрон белем биреүҙе файҙаланыуҙы иҫәпкә алып, адаптациялы белем биреү программаларын, балаларға өҫтәмә белем биреү технологиялары һәм йөкмәткеһенең яңыртылыуы, белем биреү ойошмаһынан ситтә уҡығандарҙың хәүефһеҙлеге һәм дистанциялы белем биреү шарттарында уҡыусыларҙың психологик сәләмәтлеге, урта һөнәри белем биреү системаһы үҫеше трендтары, билингваль һәм полилингваль белем биреү шарттарында Башҡортостан Республикаһының туған һәм дәүләт телдәрен үҫтереү һәм башҡа темалар ҡараласаҡ.
Мәғариф буйынса август кәңәшмәһендә республиканың дәүләт власы органдары вәкилдәре, билдәле эксперттар, Рәсәй Мәғариф министрлығы янындағы Йәмәғәт советы рәйесе, Дәүләт Думаһының мәғариф һәм фән буйынса комитет рәйесе урынбаҫары һәм башҡа белгестәрҙең сығыш яһауы көтөлә.
Дискуссия майҙансыҡтары - онлайн режимда, ә кәңәшмәнең пленар ултырышын залда үткәреү планлаштырыла. Республика кәңәшмәһе барышын Мәғариф министрлығының рәсми ютуб-каналында ҡарап буласаҡ.
Фото: oc3.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: