Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Июль 2020, 17:39

32 еңеүсе асыҡланды

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республика мәктәптәрендәге 32 башҡорт һәм рус теле кабинеты мультимедиялы комплекстар менән йыһазландырыла. Был эш ил Президенты Владимир Путиндың “Мәғариф” милли проекты нигеҙендә башҡарыла.

Ҡала һәм ауыл мәктәптәре араһында ошондай комплекстар менән йыһазландырыуға дәғүә иткән кабинеттар конкурс нигеҙендә һайлап алынды. Мультимедиялы комплексҡа интерактив таҡта, проектор, ноутбук һәм күп йүнәлешле ҡулайлама инә.
Конкурста 32 мәктәп еңеүсе тип танылды. Улар араһында Октябрьский ҡалаһындағы 13-сө урта мәктәп, Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы, Ағиҙелдәге Холбан исемендәге 1-се, Баҡалылағы 1-се урта мәктәптәр, Малаяҙҙағы башҡорт гимназияһы бар.
Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, әле дөйөм белем биреү ойошмаларында интерактив таҡталар, проекторҙар ҡуйыла. Июль аҙағына тиклем ноутбук һәм күп йүнәлешле ҡулайламалар тапшырыласаҡ. Яңы уҡыу йылы башланыуға кабинеттар тулыһынса йыһазландырыласаҡ.
Фото: education.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: