Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Июль 2020, 13:21

“Йәйге йыр”ҙа ла күңелле

Ҡариҙел районынан Өҫтәмә белем биреүҙә Зилә Ҡотдосованың традицион булмаған дәрестәре мөһим урын алып тора.

Хәҙерге заман балаларының уҡыуға иғтибарын йәлеп итеү еңел түгел: улар тиҙ арый, ҡыҙыҡһыныуҙары кәмей, һөҙөмтәлә эш нәтижәһе лә, белем дә түбән була. Ябай музыка уҡытыусыһына уҡыусыларын өйрәтер өсөн ниндәй алымдар ҡулланырға һуң?
Зилә Ҡотдос ҡыҙы ижади ҡарашлы һәм тәрән белемле педагог булараҡ, был мәсьәләнең сиселешен традицион булмаған дәрестәр ҡулланыуҙа тапҡан. Һәр дәрес — уҡытыусының үҙ аллы ижади эше. Улар әҙер ҡалып буйынса үтмәй. Бала фәнде ҡыҙыҡһынып, теләк менән өйрәнһен өсөн уҡытыусы һәр дәресендә ғәжәпләнеү, һоҡланыу тойғолары уятырлыҡ уҡытыу методтары ҡуллана. Традицион булмаған дәрес төрлө: уйын, ярыш, сәйәхәт, осрашыу, йыйын, ринг, экскурсия һәм башҡа формалаларҙа үткәреү менән айырыла һәм үҙенең һөҙөмтәһен бирә.
Әйтәйек, “Йәйге йыр” ҡыҫҡа ваҡытлы дистанцион программаһын тормошҡа ашырыу ваҡытында Зилә Ҡотдос ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының билдәле һәм йәш артистары менән 120 балаға “Артист булыу еңелме?” темаһына асыҡ дәрес-осрашыу үткәрҙе. Дәрес барышында билдәле шәхестәр үҙҙәренең тәжрибәһе һәм иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, балаларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Малайҙар һәм ҡыҙҙар был һөнәр тураһында үҙҙәре нимәләр белеүе тураһында ла һөйләне. Кемдер артист булыуҙы бик еңел тип уйлай һәм тышҡы матурлыҡты ғына күрә, кемдер, киреһенсә, уңыш һәм тамашасылар алҡышы артында көндәлек ауыр хеҙмәт тороуын аңлай. Был дәрес артист һөнәре тураһында дөрөҫ һөҙөмтәләр эшләргә, уҡыусыларҙың белемдәрен байытырға ярҙам иткәндер, тип ышанам.
— Педагог-музыкант булараҡ, минең маҡсатым — халҡыбыҙ мәҙәниәтенә, традицияларына хөрмәт, белем биргән уҡыусыларымды төрлө яҡтан үҫешкән, һәләтле шәхес итеп тәрбиәләү. Үҙ-үҙемде камиллаштырыу эшен даими алып барам, төрлө программалар һәм алымдарҙы өйрәнәм һәм ҡулланам. Музыка дәрестәрендә тыныс, ижади, эшлекле мөхит тыуҙырырға тырышам. Балалар менән төрлө конкурстарҙа, концерттарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашып, уларҙың йыр-моңға һәләтен, артислыҡ оҫталығын асырға мөмкинлек бирәм. Һәләтле балаларҙы асыҡларға тырышам — ти Балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәге педагогы Зилә Ҡотдосова.
Люция КАРАМОВА.
Читайте нас: