Ул балаларға бөгөн ҡыҙыҡлы булған нәмәләрҙе өйрәнә һәм өйрәтә. Мәҫәлән, “Шәхси көндәлек”тә файҙалы биттәр асыу, йәштәр кейеме тегеү һәм башҡалар.
Үҙенең дәрестәрендә педагог балаларға ижади эш бирә. Уны башҡарғанда уңыш ҡына баһалана. Һәр балала ул үҙ аллылыҡты, индивидуаллекте күрергә тырыша. Уҡытыусының биремдәре үҙизоляция ваҡытында балаларға ваҡытты файҙалы үткәрергә һәм ата-әсәләрҙе лә берҙәм эшкә ылыҡтырырға ярҙам итә.
Илмира Туҡтамыш ҡыҙы балаларға төрлө эшмәкәрлек өсөн шарттар тыуҙыра, уларға таныш булмаған яңы донъяны асырға булыша, башланғыстарын күтәреп ала.
Илмира Туҡтамыш ҡыҙына юғары һөнәрилек, эшкә ижади ҡараш, балаларҙы һөйөү кеүек сифаттар хас.