Каникул етеү менән Балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәгендә тормош үҙгәрҙе, ләкин ул ҡыҙыҡлы булыуҙан туҡтаманы. Методистар һәм педагогтар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙҙәре эргәһендә ҡыҙыҡһыныусан һәм мауығыусан балаларҙы йыйып, йәйге осорҙа тормошҡа ашырыу өсөн программалар төҙөнө һәм раҫланы.
“Сикһеҙ фантазия” программаһы буйынса онлайн-дәрестәрҙе өҫтәмә белем биреү педагогы Алия Искәндәрова үткәрә. Дистанцион белем алыу күпселеге үҙ аллы эшләүгә иҫәпләнгән. Өлкәнерәк йәштәге балалар үҙҙәре лә булдыра ала, ә бына бәләкәйерәктәргә ярҙам кәрәк. Шуға ла уҡытыу барышында ағай-апайҙары, атай-әсәйҙәре, олатай-өләсәйҙәре ижади эшкә әүҙем ҡушыла. Алия Фәрис ҡыҙы һөйләүенсә, ижадҡа һәр ваҡытта ла юл асыҡ, айырыуса хәҙер, ата-әсәләр алдында балаларҙың тормошон төрләндереү бурысы киҫкен торған ваҡытта.
Бирелә уҡытыу өс төргә бүленә: синхронһыҙ, синхронлы һәм ҡатнаш. Педагог, ҡыҙҙар һәм малайҙар яңы формат менән ҡыҙыҡһына, сөнки ул уйлап сығарыуҙы, фантазияны эшкә “егеүҙе” талап итә, ғәмәлдәрҙең төрлө ысулдарын һәм алымдарын эҙләргә, шулай уҡ аралашырға, фотолар һәм роликтарҙы социаль селтәрҙәргә ҡуйырға, лайктар һәм яңы яҙылыусылар табырға мөмкинлек бирә, тип билдәләй.
Балалар көн һайын педагог етәкселегендә мауыҡтырғыс тәжрибәләр үткәрә, ғәжәйеп асыштар яһай. Дәрес малайҙарға һәм ҡыҙҙарға ҡыҙыҡлы булырлыҡ, улар яңыны белерлек, тирә-яҡ донъяның серҙәрен асырлыҡ һәм алған белемдәрен ғәмәлдә ҡуллана алырлыҡ итеп төҙөлә.