Йәнтөйәк
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Май 2020, 19:30

Һуңғы ҡыңғырау онлайн форматта яңғыраны

Быйылғы эпидемиологик хәлгә бәйле «Һуңғы ҡыңғырау» байрамы тәүге тапҡыр онлайн үтте. Солтанбәк мәктәбенең сығарылыш класс уҡыусылары өсөн дә һуңғы ҡыңғырау бөгөн онлайн форматта яңғыраны.

Башҡортостанда уҡыу йылы тамамланды. 1-4 класс уҡыусылары уны 22 майҙа уҡ тамамлап, ял итә башлағайны, ә бөгөн һуңғы дәрес 5-11 класс уҡыусылары өсөн булды. Һуңғы ҡыңғырау 43 мең 9 класс уҡыусыһы һәм 19 мең 11 класс уҡыусыһы өсөн яңғыраны.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйылғы эпидемиологик хәлгә бәйле һуңғы ҡыңғырауҙар бөгөн онлайн форматта яңғыраны. Балаларға осрашып кисәләр үткәреү ҡәтғи тыйылды.

- «Һуңғы ҡыңғырау» байрамы дистанцион үтте, мәктәп администрацияһы, уҡытыусылар, ата-әсәйҙәр, сығарылыш уҡыусылары байрамға ентекле әҙерләнде һәм сара бик матур үтте. 11-се класты ла, 9-сы класты ла өсәр уҡыусы тамамланы. Улар барыһы ла киләсәктә илебеҙҙең ысын граждандары булырына ышанабыҙ. Эйе, дистанцион белем алыу ауырыраҡ булды, шулай ҙа уҡыусыларыбыҙ бирешмәне, алға ҡуйған маҡсатҡа ярашлы тырышып уҡып, белем алды, - тине Солтанбәк урта мәктәбе директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Розалия Факкарова.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн байрам уңайынан уҡыусылар өсөн һуңғы асыҡ дәресте республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров үткәрҙе. Ул балаларҙы уҡыу йылы тамамланыу менән тәбрикләне һәм матур йәйге ял теләне.

Мәктәп уҡыусыларын, уҡытыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе уҡыу йылы тамамланыу менән республиканың Мәғариф министры Айбулат Хажин, Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихин да ҡотланы. Улар изге теләктәрен еткерҙе һәм киләһе йылда иҫән-һау бергә осрашырға саҡырҙы.

Ниндәй генә шарттар булмаһын, Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыласаҡ. Эйе, быйыл уны вуздарға уҡырға инергә теләгәндәр генә бирәсәк. 29 һәм 30 июндә яҡынса имтихан тапшырып ҡараясаҡтар, ә 3 июлдән улар башланасаҡ.

Сығарылыш балдарына килгәндә, БДИ тапшырып бөткәс, уны үткәрергә йыйыналар. Был 25 июлгә тура киләсәк. Санитар-эпидемиологик хәл насарланмаһа, уны уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр ҡатнашлығында үткәрергә планлаштыралар. Ә бөгөнгә Фәнүр Йәғәфәров уҡыусыларға осрашмай торорға, әҙерәк түҙергә саҡырҙы.

Ҡәҙерле уҡыусылар, уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр! Ихлас күңелдән барығыҙҙы ла «Һуңғы ҡыңғырау - 2020» байрамы менән ҡотлайбыҙ!
Тормошоғоҙҙа һәр ваҡыт тик уңыштар ғына юлдаш булһын! 1-се кластан башлап хыялланған, тәрән аҡылығыҙ менән һайлаған һөнәри-техник, махсус урта һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инегеҙ! 11-селәргә БДИ-ла уңыштар, ата-әсәләргә түҙемлек, ғаилә бәхете, балаларығыҙға һәр ваҡыт терәк булыуығыҙҙы теләйбеҙ!
Наилә Имаева.
Читайте нас: