Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Май 2020, 17:57

Дистанцион уҡыуҙың үҙ нескәлектәре

Бынан теүәл бер йыл элек: «Киләһе яҙғы каникулдан һуң балалар өйҙә генә ултырып дәрес аласаҡ», — тиһәләр, бер ҙә ышанмаҫ инем. Көндән-көн индерелгән яңы талаптарға, йәшәйешебеҙҙең тиҙ үҙгәреүенә өйрәнеп барабыҙ.

Донъяла һәм илдә коронавирусҡа бәйле киҫкен хәл килеп сығыу сәбәпле, уҡыуҙар дистанцион формала ойошторолдо. Һәр яңы башланғыс шыма ғына булмай. Уҡытыуҙың тәүге осоронда беҙ ҙә, уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә бик күп ҡыйынлыҡтар менән осраштыҡ. Дистанцион уҡытыуҙың үҙ нескәлектәре бар. Ата-әсәләр балалары төплө белем алһын өсөн бөтә уңайлыҡтарҙы тыуҙырырға тырыша, күберәк аралаша. Мәктәп - ата-әсә - уҡыусы араһындағы бәйләнеш тығыҙыраҡ була бара.
Мин мәктәптә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрен алып барам. Аҙнаһына 12 онлайн-дәрес үткәрәм. Был ҡайһы бер бурыстарҙы төшөрөп ҡалдырыу тигәнде аңлатмай. Электрон журналдарҙы тултырыу тағы ла отошлораҡ тип уйлайым, сөнки һәр уҡыусы дәрестә үҙенең ниндәй баһа алыуын күреп тағы ла тырышыбыраҡ уҡырға тейеш.
Мин белем биргән предметтар буйынса ҙур ҡыйынлыҡтар тыуманы. Дистанцион уҡытыуға күсеүҙе сираттағы бер һынау итеп ҡабул иттем. Уҡыусыларыма ла дәрес һайын күреп өйрәнгән презентацияларҙы кластағы экрандан түгел, ә компьютер, ноутбук экранынан күреп ҡабул итеү ауырлыҡ тыуҙырмағандыр, тип ышанам.
Ата-әсәләр ҙә, уҡыусылар ҙа илдәге хәлде дөрөҫ аңлай, уның ваҡытлыса ғына икәненә ышана. Ә беҙҙең, уҡытыусыларҙың, төп бурысы — уҡыусыларға мөмкин тиклем төплө, тәрән белем һәм күркәм тәрбиә биреү.

Гөлназ Закирова,
Борай 1-се мәктәбенең тарих уҡытыусыһы.
Читайте нас: