Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Май 2020, 17:12

Планшеттар тапшырылды

Асҡын 1-се мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Гүзәл Имаева ла бөгөн планшетлы булды.

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы менән берлектә ойошторолған хәйриә акцияһы сиктәрендә “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” тип аталған программа тормошҡа ашырыла. Ошо проект сиктәрендә дистанцион уҡыуҙа ҡыйынлыҡтар килеп тыуған сығарылыш класс уҡыусыларына планшеттар тапшырыла.
Бөгөн Асҡын районы хакимиәтенең ултырыштар залында 9-сы класта уҡыусы биш бала һәм Ишембай кадет корпусының ике курсанты район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин ҡулынан планшеттар алды. Тағы ла етәү Иҫке Ҡаҙансы, Ҡубияҙ, Арбаш, Ҡашҡа, Солтанбәк, Ҡышлауйылға, Табаҫҡытамаҡ ауылдары уҡыусыларына тапшырыласаҡ.
Асҡын 1-се мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Гүзәл Имаева ла бөгөн планшетлы булды. Был тырыш, егәрле ҡыҙ яҡшы уҡыуы, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыуы менән бер рәттән, гер спорты буйынса чемпион булараҡ та танылыу яулап өлгөрҙө. Әле үҙизоляция режимында ла Гүзәл яратҡан шөғөлө өсөн ваҡыт таба, өйҙә спорт менән шөғөллләнә.
— Планшетлы булыуыма бик ҡыуандым, әлбиттә. Әлегә тиклем телефон аша уҡый инем. Планшет бик оҡшай, еңел генә интернетҡа инеп, өй эштәрен эшләп тә ҡараным инде. Хәҙер консультация башлана. Дистанцион уҡыуҙы еңеләйтеү өсөн уҡыусыларға ярҙам итеү йәһәтенән ошондай хәйриә акцияһын ойоштороусыларға рәхмәт, — ти Гүзәл.
Наилә Имаева.
Читайте нас: