Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Апрель 2020, 19:40

Ҡағыҙ кейс ярҙамында уҡыйҙар

Бына дистанцион уҡыуҙың икенсе аҙнаһы үтеп китте. Балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа был уҡыу төрөнөң төрлө ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, бар көсөн һалып тырыша. Олойылға ауылының башланғыс кластар уҡыусылары ла өйҙән тырышып белем ала.

Олойылға ауылы ҙур булмағанлыҡтан, башлыса оло йәштәгеләр йәшәй. Башланғыс мәктәптә барлығы һигеҙ бала уҡый. Уҡытыусылар Гөлнара Равил ҡыҙы менән Фәсихйән Шакирйән улы Абдуллиндар балаларға белем һәм тәрбиә бирә. Коронавирус таралыуға бәйле балаларҙың дистанцион уҡыуға күсеү шарттарында улар белем биреүҙең төрлө юлдарын уйлап ҡарай һәм ҡағыҙ вариантты һайлай. Был осраҡта дәрестә интернет технологияһы бөтөнләй ҡулланылмай, әммә уҡыусы дәресте йәки өйгә бирелгән эште аңлап етмәһә, бәйләнеш телефон аша барыуы ла ихтимал.
  • Ауылда башлыса ғаиләләр күп балалы. Башланғыс кластар ауылда уҡыһа, юғары кластар Ҡышлауйылға мәктәбендә белем ала. Әлеге ваҡытта бер өйҙә дистанцион рәүештә өсәр-дүртәр бала уҡый. Студент балалар ҙа өйҙән уҡырға мәжбүр. (Әйткәндәй, үҙебеҙҙең ғаиләлә лә ошондай хәл: өс мәктәп уҡыусыһы, ике студент). Олораҡ уҡыусылар компьютер, телефон, ноутбуктан шөғөлләнә, шуға беҙ балаларға ҡағыҙ вариантта дәрестәр бирәбеҙ. Аҙнаһына өс көн — дүшәмбе, шаршамбы, йомала дәрестәрҙе, өйгә эштәрҙе яҡшы итеп аңлатып, яҙып һәр уҡыусыға илтеп бирәбеҙ. Өйгә эштәрҙе барып алғанда, алдағыларында хаталар булһа, аңлатабыҙ, артабанғы дәрестәрҙе бирәбеҙ. Был уҡыу төрөнөң ыңғай яғы шунда, һәр уҡыусы менән индивидуаль эшләйһең. Ә уҡытыусылар өсөн былай ҙа күп яҙыу эше тағы ла артты. Нисек кенә булмаһын, балаларға белем бирергә кәрәк. Улар үҙҙәре лә, ата-әсәләр ҙә был хәлгә аңлап ҡарай, — тип һөйләне Фәсихйән Шакирйән улы.
  • Бәләкәй ауылдарҙа уҡытыусылар төп хеҙмәттәренән тыш байтаҡ йәмәғәт эшен дә алып бара. Гөлнара һәм Фәсихйән Абдуллиндар ҙа оло йәштәге, ярҙамсыһыҙ ауылдаштарына булыша. Береһе ирекле халыҡ дружинаһы составында торһа, икенсеһе — ирекмән.
    Илһөйәр Махатова.
    Читайте нас: