Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Апрель 2020, 14:18

Бирелә кескәй йөрәктәргә наҙ өләшәләр

Бынан биш йыл элек, нәҡ 1 апрелдә, Асҡын 2-се балалар баҡсаһы сабыйҙар өсөн үҙенең ишектәрен астыМатериалды тулыраҡ итеп сайтҡа инеп уҡый алаһығыҙ.

Әлеге көндә заманса, иркен, матур мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында туғыҙ төркөм ойошторолоп, барлығы 262 бала тәрбиәләнә. Бирелә кескәйҙәр төрлө яҡлап үҫешһен өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған.
Баланы шәхес итеп үҫтереүҙә мәктәпкәсә осор ҙур әһәмиәткә эйә. Нәҡ ошо йәштә балала тәбиғәткә, тирә-йүнгә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләнә, ул яҡшылыҡты яуызлыҡтан айыра белергә, дуҫтар табырға өйрәнә. Быларҙың барыһы ла тәрбиәсенең үҙенең эшен, балаларҙы ысын күңелдән яратыуына бәйле. Ә Асҡын 2-се балалар баҡсаһында үҙ һөнәренә бар тырышлығын, йөрәк йылыһын һалған, кескәйҙәр күңеленә асҡыс таба белгән тәрбиәселәр эшләй. Бирелә тәжрибәле, инициативалы мөдир Лариса Фәрит ҡыҙы Мөхәмәтшина етәкселегендә 21 педагог һәм 15 тәрбиәсе балаларҙы донъяны танып белергә өйрәтә, уларҙың һәләттәрен асыуға һәм үҫтереүгә бар тырышлығын һала. Бирелә әленән-әле бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы саралар, байрамдар үтеүе лә ошо хаҡта һөйләй.
Барлығы балалар баҡсаһында 56 хеҙмәткәр эшләй. Районда ниндәй генә мәҙәни сара, спорт ярышы, һөнәри бәйгеләр үтмәһен, улар һәр саҡ әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай.
Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә яуаплы, тынғыһыҙ һәм ауыр эштәрендә уңыштар юлдаш булып, тәрбиәләнеүселәренең, ата-әсәләрҙең оло ихтирамын, хөрмәтен тойоп эшләргә яҙһын, ә кескәй ҡыҙҙар һәм малайҙар һәр көн яратҡан баҡсаларына ҙур теләк һәм ғорурлыҡ менән йөрөһөн!
Читайте нас: