Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Март 2020, 16:33

Уңышлы ҡатын-ҡыҙ, бәхетле әсәй

Ҡариҙел 4-се балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе Лилиә Ғатауллина ижади эшләүсе, һөнәрен һәм балаларҙы ысын күңелдән яратыусы тәрбиәсе. Ул эшендә лә хөрмәт, абруй яулаған, ике ул тәрбиәләгән әсәй ғаиләһе менән дә бәхетле.

Лилиәнең яратҡан миҙгеле — яҙ. “Яҙҙы бик яратам. Был миҙгелдә ҡояш та сағыуыраҡ йылыта, күңелдәрҙә — шатлыҡ, наҙ, ҡоштар һайрай, тәбиғәт уяна. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы ла бит юҡҡа ғына яҙын билдәләнмәй”, — ти ул. Ҡатын-ҡыҙ бәхете — балаларҙа, һөйөклө тормош иптәшең булыуҙа, туғандарыңдың именлегендә, тип иҫәпләй Лилиә Ғатауллина. Бәхетте ул яратҡан эшендә лә күрә. Бала сағынан уҡ балалар уҡытырға һәм тәрбиәләргә хыяллана. Лилиә Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылында тыуып үҫә. Мәктәпте тамамлағандан һуң Өфөнөң 1-се педагогия колледжына “мәктәпкәсә белем биреү тәрбиәсеһе” белгеслеге буйынса уҡырға инә. Ҡулына диплом алып, 2008 йылда, Ҡариҙел 4-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып хеҙмәт юлын башлай. 2012 йылдан алып ул музыкаль етәксе вазифаһын башҡара. Балалар баҡсаһында ойошторолған барлыҡ саралар ҙа уның ҡул аҫтында үтә. Әүҙемлеге, маҡсатсанлығы, тырышлығы, изге күңелле булғаны өсөн хеҙмәттәштәре лә, ата-әсәләр ҙә хөрмәт итә үҙен. — Һөнәремде бик яратам. Балалар менән аралашыу, уларҙың һөйөүе ижади эшләргә булышлыҡ итә, һәр ваҡыт үҙеңде йыр-моң, тылсым донъяһында кеүек хис итәһең, — ти Лилиә Илдар ҡыҙы.Тырыш педагогтың балалар тәрбиәләүҙәге хеҙмәте район кимәлендәге Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары менән билдәләнгән. Ул районда һәм республикала үткән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. “Тамаша” халыҡ театрында уйнай, “Сөмбөл” халыҡ вокаль ансамблендә йырлай. Быйыл Өфөлә Ҡарһылыуҙар парадында ла ҡатнашты. Күптән түгел “Педагог-2020” район һөнәри конкурсында еңеү яуланы. Шулай уҡ Ғатауллиндар Яңы йыл ғаилә уйындарының республика этабында ла уңышлы сығыш яһаны.Лилиә Илдар ҡыҙы — уңышлы ҡатын-ҡыҙ ҙа, бәхетле әсәй ҙә. Тормош иптәше Илнур Мөхәмәт улы полиция хеҙмәткәре, Рәсәй Эске Эштәр министрлығының Ҡариҙел районы буйынса бүлегендә тыл начальнигы вазифаһын башҡара.Ғатауллиндар Йәштәр ҡасабаһында йәшәй, Редаль һәм Илназ исемле улдар тәрбиәләй. Ата-әсә үҙ өлгөһөндә ғаилә бәхетенең бер-береңә булған хөрмәттә, ышаныста икәнен иҫбатлай. Улар йәйен тәбиғәт ҡосағында ял итергә, ҡышын саңғыла йөрөргә ярата. Һәр эште лә Ғатауллиндар бергәләп, ярҙамлашып башҡара. — Илнур — минең таянысым, ныҡлы терәгем, — ти Лилиә. Үҙ сиратында, ире лә уны уңған, һәр нәмәгә иғтибарлы, иң һөйкөмлө, иң гүзәл ҡатын-ҡыҙ булғаны өсөн яратыуын белдерә. Үҙ-ара ошондай йылы, һоҡланғыс мөнәсәбәттәр булғанда, ғаилә, һис шикһеҙ, мөхәббәтле һәм имен була.Лилиә Илдар ҡыҙы — бәхетле гүзәл зат. Уның эскерһеҙ, асыҡ йылмайыуы ла ошо хаҡта һөйләй. Ул үҙенең улдарында ла ҡатын-ҡыҙға хөрмәт тәрбиәләргә тырыша, уларҙың изге, асыҡ күңелле булып үҫеүҙәрен теләй. Оҫта хужабикә булараҡ, ул яҡындарын тәмле ризыҡтар менән һыйларға ярата.
Люция КАРАМОВА.
Читайте нас: