Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Март 2020, 14:43

Ҡунаҡсыл ерҙә – ҡунаҡсыллыҡ бәйгеһе

Өфөлә “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” Бөтә Рәсәй бәйгеһенең ярымфиналы үтә. Ул “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн социаль лифт” федераль проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.

Үткән йылдың ноябрь айында старт алған “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” бәйгеһендә йәмғеһе 21 меңгә яҡын кеше ҡатнашыу теләген белдергән. Уларҙың һәр береһе – хеҙмәтләндереү һәм туризм өлкәһендәге һөнәр эйәләре. Проекттың төп маҡсаты ҡатнашыусыларҙың һөнәри ҡеүәтен асыуға, яңы традициялар булдырыуға, туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ өлкәләрендә хеҙмәтләндереүҙең сифатын күтәреүгә, туризм өсөн яңы кадрҙар етештереүгә йүнәлтелгән.
“Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” бәйгеһен асыу тантанаһында Рәсәй, Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре лә бар ине. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев үҙ сығышында Рәсәйҙең ҙур мөмкинлектәр иле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һүҙҙәре менән әйтһәк, беҙгә маҡсаттарына ынтылған, илен һөйгән кешеләр кәрәк. Был бәйгелә тап шундайҙар йыйылған. Улар – илебеҙҙе донъя аренаһына алып сығырлыҡ кешеләр. Беҙ һеҙҙең проекттарығыҙҙың бер үҙенсәлеген дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаясаҡбыҙ”, – тине ул.
Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова барыһын да сәләмләп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
Бәйгене ойоштороусы берләшмә вәкилдәре лә сығыш яһаны. “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” ойошмаһының партнерҙар менән эш йүнәлеше етәксеһе Антон Сериков тәү сиратта Башҡортостандың ҡунаҡсыл төбәк булыуын билдәләне, “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” Бөтә Рәсәй бәйгеһен ойоштороу ваҡытында илдә үҫешмәгән ҡайһы бер тармаҡтар булыуына иғтибар итеүҙәре, был проекттың күп ҡалалар буйлап махсус ойошторолоуы хаҡында һөйләне.
Бәйгенең остаздары – уның төп тармаҡтары буйынса Рәсәй кимәлендә юғары уңыштарға өлгәшкән белгестәр. Халыҡ-ара эногастрономик үҙәк президенты, Рәсәйҙең Рестораторҙар һәм отельерҙар федерацияһының вице-президенты Леонинд Гелибтерман һуңғы арала ҡунаҡсыллыҡ өлкәһе көрсөк кисереүен билдәләне: “Етди сәбәптәр, етди мәсьәләләр яңы асыштарға саҡыра. Был бәйгенең хеҙмәтләндереү өлкәһенең ошондай шарттар кисереү мәленә тура килеүе – ыңғай күренеш. Яңы көстәр, яңы идеялар тыуасаҡ, тимәк”.
Тантана ҙур экрандан күрһәтелгән видеороликтар менән оҙатылып барҙы. Сараның башында Башҡортостан хаҡындағы яҙма береһен дә битараф ҡалдырмағандыр – унда республикабыҙ бөтә гүзәллегендә, төрлөлөгөндә күҙ алдына баҫа, Шүлгәнташ мәмерйәһе, ундағы палеолит осорондағы тәүтормош кешеһе тарафынан төшөрөлгән һүрәттәр, боронғонан килгән һөнәр – солоҡсолоҡ, Ер йөҙөндәге уникаль күренеш – шихандар, меңәр йыл тарих һаҡлаған сармат алтындары, “Урал батыр” эпосы һәм башҡа үҙенсәлектәр хаҡындағы кадрҙар Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған ҡатнашыусыларҙа һоҡланыу, ә башҡортостандарҙа ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙыра.
Республикабыҙҙа етәкселек алмашыныу сәбәпле, һуңғы йылдарҙа күп ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Шуларҙың береһе – туризмға ҙур иғтибар биреү – шатлыҡлы күренеш, сөнки Башҡортостан туризм буйынса донъяуи аренаға сығыу өсөн бар сифаттарға ла эйә. Беҙҙең быуаттар төпкөлөнә барып тоташҡан тарихыбыҙ, һәр кемдең һушын алырлыҡ гүзәл тәбиғәтебеҙ, бай ҡомартҡыларыбыҙ, үҙенсәлекле мәҙәниәтебеҙ – барыһы ла Ер шарының һәр төбәгендәге һәр кешене ҡыҙыҡһындырырлыҡ. “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” бәйгеһенә ҙур өмөттәр бағлап, ҡатнашыусылар араһында Башҡортостан данын яҡлаған проекттары менән яҡташтарыбыҙ ҙа финалға үтер, яҡшылар рәтендә булыр тип өмөтләнәбеҙ.
Автор фотолары.
Автор: Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: