Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Март 2020, 18:28

Һөҙөмтәләребеҙ бар

Борай 2-се гимназияһында “Үргә ос!” мәғариф проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Үткән йыл Башҡортостан Республикаһында мәктәп белеме беренсе форумы үтте һәм унда “Үргә ос!” мәғариф проектына старт бирелде. Уны ғәмәлгә ашырыу мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларға үҙ-үҙҙәрен тормошта табырға, бөгөнгө заманға яраҡлашҡан булырға, төрлө яҡлап һәләттәрен асырға булышлыҡ итә. 2019 йылдың 1 сентябренән Борайҙың 2-се гимназияһында ла ошо проектты тормошҡа ашырыу буйынса эш башланды.
Проектты уңышлы алып барыу өсөн кәрәкле норматив документтар төҙөлдө һәм раҫланды, 10-сы класс уҡыусыларының исемлеге, уҡытыусылар составы төҙөлдө.
10-сы класс уҡыусыларына дүрт модулдән торған кейс тәҡдим ителде: “Спорт менән дуҫ бул!” (көрәш, уҡытыусыһы Фәнзир Ноғоманов);
“Интерактив башҡорт теле” (уҡытыусыһы Ләйсән Муллағәлиева);
“Иркен һөйләш!” (уҡытыусыһы Гүзәл Рафиҡова);
“Шахмат уйнарға өйрән” (өҫтәмә белем биреү педагогы Булат Фазылов).
Дәрестәр факультатив формаһында үтә. Уҡытыусылар тарафынан эш программалары төҙөлгән. Уларҙың өсөһө гимназияның тәжрибәле уҡытыусыһы һәм береһе йәш, өмөтлө өҫтәмә белем биреү педагогы.
“Интерактив башҡорт теле” һәм “Иркен һөйләш!” модулдәрендә уҡыусылар уҡып һәм грамматиканы өйрәнеп кенә ҡалмай, унда иркен һөйләшеүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Был өҫтәмә дәрестәр балаларға көндәлек телмәрҙе яҡшы үҙләштерергә, үҙ-ара иркен аралашырға ярҙам итә.
“Спорт менән дуҫ бул!” комплексы өлкән класс уҡыусыларын милли көрәшкә күберәк ылыҡтырырға мөмкинселек бирә.
“Шахмат уйнарға өйрән” модуле дәрестәре балаларға аҡыл ҡеүәһен һәм логик фекерләүҙе үҫтерергә булыша.
Проекттың “Сәләмәт йылмайыу!” модуле лә бик мөһим. Стоматология ул — матур йылмайыу ғына түгел, иң тәүҙә, балалар организмының дөйөм сәләмәтлеге. Гимназияла был модулде тормошҡа ашырыу маҡсатында стоматологик йыһаз алып урынлаштырылды. Кабинетта ремонт эштәре тамамланған, ойоштороу мәсьәләләре хәл ителеү менән кабинет үҙенең беренсе пациенттарын — уҡыусыларҙы ҡабул итәсәк.
“Үргә ос!” проектының һөҙөмтәләре бар. Гимназиясылар мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында инглиз һәм башҡорт телдәренән уңышлы сығыш яһаны. Туған башҡорт теле буйынса төбәк этабында ла яҡшы һөҙөмтәләр бар.
Бынан тыш, 10А класы уҡыусыһы Валерия Сафиуллина “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең Халыҡ-ара конкурсында ҡатнашып, инглиз телендә сығыш яһаны.
Лилиә Фәйзуллина, Альмира Шәмсетдинова (10 Б класс), Лилиә Дүсмәтова (10 В класс) башҡорт теленән Аҡмулла олимпиадаһы призерҙары булды.
Беҙ даими алға атларға, һәр көн ниндәйҙер яңылыҡ үҙләштерергә мөһим булған заманда йәшәйбеҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров программаның төп маҡсатын билдәләп: “Хәҙер йәмғиәт белемле, булдыҡлы, һәләтле, заман менән бергә атлаған сығарылыш уҡыусыларына мохтаж”, — тине. Гимназия уҡыусыларының ошо талаптарға яуап бирерлек булыуы мөһим.
Резеда Ғаязова, Борай 2-се гимназияһы директорының уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары.
Читайте нас: