Тантанала район хакимиәте башлығы Ришат Дихин, Ҡарткиҫәк ауыл биләмәһе башлығы Ринат Миңлемөхәмәтов, район мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Фәтихов, мәктәп директоры Лилиә Миңлемөхәмәтова, ветеран уҡытыусылар, уҡыусылар һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Етәкселәрҙең һәр береһе сығыш яһап, хәҙер бинаның бөтә талаптарға яуап биреүен, тырышып уҡыр өсөн бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, аҡсалата ярҙам итеүсе бағыусыларға, ауыл халҡына берҙәм һәм әүҙем булыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе, уҡыусыларға — тырышып уҡыуҙарын, уҡытыусыларға яңы уңыштарға ирешеп, ижади эшләүҙәрен теләне.
Ветеран уҡытыусылар исеменән рәхмәт һүҙҙәре менән бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлап, 25 йыл мәктәп директоры булып эшләгән оло хөрмәткә лайыҡ Лидия Харисова сығыш яһаны.
Был көндө яңыртылған, заманса яңы һулыш алған мәктәп музейы ла асылды. Уны етәкләүсе мәғариф отличнигы, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Фәнирә Нәбиуллина ла рәхмәт белдерҙе.
Башланғыс кластар уҡытыусылары Илүзә Зыятдинова, Фәрзиә Бәләғетдинова һәм мәктәпкәсә төркөм тәрбиәсеһе Әлфиә Харисова етәкселегендә балалар бик матур, шундай рухлы әҙәби-музыкаль композиция әҙерләгәйне. Кескәйҙәр үҙҙәренең сығышы аша ошо яңыртылған, балҡып торған белем усағына ҡыуаныстарын һәм ремонт эшләүселәргә рәхмәттәрен белдерҙе.
Бинаға ремонт эштәре “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы сиктәрендә башҡарыла.
— Был программала өсөнсө йыл ҡатнаштыҡ. 2016 йылда — мәктәптең төп бинаһын, 2018-ҙә — клубты, 2019-ҙа бына ошо башланғыс мәктәп бинаһын ремонтланыҡ. Был бинала ике бүлмәлә мәктәп музейы, башланғыс кластар һәм мәктәпкәсә төркөм урынлашҡан. Капиталь ремонт барышында бинаның ҡыйығы, тәҙрәләр, түшәм, иҙән, электрүткәргестәр, яҡтыртыу ҡорамалдары яңыртылды, стеналар буятылды. Ремонттан ҡалған аҡсаға башланғыс кластар һәм мәктәпкәсә төркөм өсөн парталар, өҫтәлдәр, шкафтар һәм бөтә кластар өсөн класс таҡталары һатып алынды. Район хакимиәте бүлгән өҫтәмә аҡсаға солан һәм уның түбәһе эшләнде, — тип башҡарылған эштәр тураһында һөйләне Ринат Хәкимйән улы.
Артабан барыһы ла кластарҙы, музейҙы ҡарап, эштәрҙең сифатлы башҡарыуын билдәләне һәм коллективҡа уңыштар теләне.