Йәнтөйәк
-11 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Февраль 2020, 11:26

Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына (ГИА) инеү шарттарының үҙгәреүе бар

Уҡыусыны тағы ниндәй һынау көтә?

“Берҙәм Рәсәй” партияһы “Мәктәп уҡыусыларының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына инеү тураһында”ғы закон проектын Дәүләт Думаһына тапшырҙы.
Был документҡа ярашлы, туғыҙынсы класс уҡыусылары дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына инеү өсөн рус теле буйынса – әңгәмәнән, ә ун беренсе класс уҡыусылары инша йәки изложение буйынса зачет тапшырырға тейеш.
Депутаттар фекеренсә, юғары белем алғанда рус телен яҡшы белеү “гражданиндың конкуренция өҫтөнлөгө” булып тора. Был үҙгәреш “РФ дәүләт телен белеү кимәлен арттырыу өсөн” тәҡдим ителгән.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
Читайте нас