Йәнтөйәк
+16 °С
Дождь
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Мәғариф
20 Января 2020, 08:08
Радий Хәбиров мәктәп туҡланыуына бәйле киҫәтеү яһаны
БР Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән Хөкүмәт "оперативкаһы"нда мөһим темалар ҡарала, етди отчеттар тыңланыла. Радий Хәбиров был юлы мәктәптә балаларҙы ашатыуға бәйле ике районға иҫкәртеү яһаны һәм башҡаларға ла тейешенсә эшләргә ҡушты.
Республика етәксеһе балаларҙы эҫе аш менән тәьмин итеү өлкәһендә алып барылған контроль идаралығы эшмәкәрлеге буйынса килгән яҙыуға туҡталды.
Ҡағиҙәләргә бәйле, туҡландырыу менюһындағы продукцияның ҡайҙа етештерелгәне мөһим. Әлбиттә, мотлаҡ үҙебеҙҙең ерлектәге ризыҡтар булырға тейеш.
Радий Фәрит улы әйтеүенсә, Өфө һәм Кушнаренко райондарында ит продукцияһы ситтән килтерелә. Мәҫәлән, Кушнаренко районының мәктәп туҡланыуына алынған итте Мәскәү өлкәһенән үк ебәргәндәр, ә унда, баҡһаң, Бразилиянан килгән.
- Бындай күренеш булырға тейеш түгел. Мин һеҙҙән күпте һорамайым. Эшегеҙгә яуаплы ҡарағыҙ, - тип иҫкәртте муниципалитет башлыҡтарын Хәбиров.
Фото:vk.com.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"