Йәнтөйәк
+21 °С
Дождь
Антитеррор
Мәғариф
27 Декабря 2019, 13:20

Байрам рухы тантана итә

Солтанбәк мәктәбендә Яңы йыл иртәлектәре гөрләп үтә

Һәр ерҙә Яңы йыл рухы, байрам кәйефе һиҙелә. Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында иртәлектәр ойошторола.
Солтанбәк мәктәбендә кисә - уртансы һәм өлкән, бөгөн башланғыс класс уҡыусылары өсөн Яңы йыл иртәлектәре ҙур әҙерлек менән күңелле үтә.
Кисә солтанбәктәрҙе ҡотларға район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауылдың кураторы Эльвиза Ғәйзуллина ла килә. Уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы һәм сараға килеүселәрҙе тәбрикләп, изге теләктәрен еткерә. Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә яҙылыусылар араһында ойошторолған “Гәзиткә яҙыл да бүләк от!” акцияһында ҡатнашып, бәхет йылмайыусыларға бүләктәрҙе лә тапшыра.
Әйткәндәй, Солтанбәк мәктәбе уҡытыусылары беренселәрҙән булып баҫмабыҙға яҙылып, дуҫлыҡ ептәрен нығытып ҡуя. Афарин! Форсаттан файҙаланып, “Йәнтөйәк” гәзите редакцияһы исеменән солтанбәктәрҙе Яңы йыл менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Артбан да шулай “Йәнтөйәк”ле, әүҙем, рухлы, телһөйәр булып, иҫәнлектә, муллыҡта һәм берҙәмлектә бәхетле ғүмер итеүҙәрен теләйбеҙ.
Наилә Имаева.
Читайте нас