Баш ҡалаға барғанда уҡыусыларҙы мәғариф бүлеге етәксеһе Зилә Нәжметдинова, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр оҙатып йөрөнө. Был сара уҡыусылар өсөн республиканың иң ҙур уҡыу йорттарының береһе булған Өфө дәүләт авиация-техник университетын эске яҡтан күреү мөмкинлеге бирҙе, уларҙың күптәренә бер-ике йылдан нәҡ ошо уҡыу йортонда уҡырға һәм һөнәр алырға тура киләсәк.
Университет киләсәк һөнәрҙәрен өйрәтеүсе белем усағы булып һанала, шулар араһында роботтар, пилотһыҙ осҡостар проектлаусылар һәм башҡалар бар. Бирелә бакалавриатта 38 йүнәлеш буйынса, 10 белгеслек, 32 магистратура йүнәлеше буйынса белем бирелә. Республика ғорурлығы булған уҡыу йортонда 16000 студент белем ала.
Көн буйына Ҡариҙел уҡыусылары үҙҙәре өсөн ойошторолған экскурсияла университет корпустары буйлап йөрөнө, студенттар һәм уҡытыусылар менән аралашты. Уларға самолет тренажерында үҙҙәрен һынап ҡарау мөмкинлеге лә бирелде. Педагог менән бергә үҫмерҙәр штурвал артына “ултырҙы”, осоу алды әҙерлеге “үтте” һәм самолетты күккә “күтәрҙе” (һүрәттә). Артабан уҡыусылар эске яныу двигателдәре кафедраһында булды, унда студенттарҙың самолет двигателдәрен яҡшыртыу өҫтөндә эшләүҙәре, студент олимпиадаларында ҡатнашыуҙары тураһында һөйләнеләр.
Был сәфәр өлкән класс уҡыусылары хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр. Күңелдәрендә бирегә килеп уҡыу, һөнәр алыу теләге тыуғандыр, тип уйлайым.