Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Декабрь 2019, 23:30

Бөгөн – Рәсәй Конституцияһы көнө

Табаҫҡытамаҡ мәктәбендә уҡыусылар илдең төп хоҡуҡи документы тураһында белемдәрен камиллаштыра.

Бөгөн – Рәсәй Конституцияһы көнө. Ошо уңайҙан Табаҫҡытамаҡ мәктәбендә тарих һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Глафира Фаершина V-IX класс уҡыусылары өсөн класс сәғәте үткәрә. Конституция төшөнсәһе, тарихы, уның йөкмәткеһе, кешеләрҙең хоҡуҡтары һәм бурыстары менән таныштырыу өсөн Глафира Йәнтимер ҡыҙы балаларға видеоролик әҙерләп, презентация күрһәтә. Артабан ошо бирелгән мәғлүмәтте уҡыусыларҙың нисек үҙләштереүен тикшереү өсөн викторина ойоштора.

Шулай, сара бик фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла үтә.

Белешмә

Рәсәй Конституцияһы 1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡтың тауыш биреүе юлы менән ҡабул ителде. Рәсәй Президенты Указы буйынса 1994 йылдан был көн дәүләт байрамы тип иғлан ителде. Конституция 1993 йылдың 25 декабрендә рәсми баҫылып сыҡҡан көндән көсөнә инде. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы юғары юридик көскә эйә һәм бөтә илдә ҡулланыла. Рәсәйҙә ҡабул ителгән закондар һәм башҡа хоҡуҡи акттар Конституцияға ҡаршы килергә тейеш түгел. Конституцияның махсус данаһының тышы ҡыҙыл төҫтә варандың йоҡа тиреһенән эшләнгән, тышлығында — Рәсәйҙең көмөш гербы төшөрөлгән һәм алтын менән «Рәсәй Конституцияһы» тип яҙылған. Егерме йыл буйына 12 декабрь ял көнө булды. 2005 йылдың 1 ғинуарынан был көн эш көнө тип иҫәпләнә. 2005 йылдың июлендә Рәсәй Конституцияһы көнө иҫтәлекле даталар исемлегенә индерелде.

Наилә Имаева.

Читайте нас: