Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Декабрь 2019, 21:20

Илһөйәрлек, телһөйәрлек менән һуғарылған саралар

Иҫке Ҡаҙансыла үткән саралар барыбыҙҙың да күңеленә хуш килде.

Күптән түгел Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының, китапханасыларҙың район семинары ойошторолдо. Сара сиктәрендә «Һанлы блем биреү мөхите» республика проекты буйынса һанлы техника менән йыһазландырылған ике уҡыу кабинеты асыу, Советлар Союзы Геройы Мирзалихан Ғәбит улы Ғәбитовтың йөҙ йыллығы уңайынан ойошторолған тантантаналары ла үтте.
Беҙҙе матур итеп яҡты мәктәптә мөләйем уҡытыусылар ҡаршы алды.
Беренсе сиратта ике уҡыу кабинеты асылды һәм унда дәрестәр ҡараныҡ. Заман талаптарына тура килгән һанлы техника менән йыһазландырылған класта дәрестәр ҙә йәнле һәм мауыҡтырғыс уҙа икән, бөтәбеҙгә лә бик оҡшаны.
Икенсе сара ауыл клубында үтте. Ул Советтар Союзы Геройы М.Ғ. Ғәбитовтың йөҙ йыллығына арналды. Геройҙың улы Дарвин Мирзалихан улы Ғәбитовҡа һүҙ бирелде. Ул атаһының яу юлдары тураһында һөйләгәндә күҙҙәребеҙ йәшләнде. Дарвин ағай үҙе лә бик тулҡынланды. Унан һуң М.Ғ.Ғәбитов уҡытҡан уҡыусыларына һүҙ бирелде. Ансар ағай Солтанов, Әниф ағай Ғаязов, Илшат Рәшид улы Фәтихов Герой тураһында матур хәтирәләрен еткерҙе.
Тәжрибә уртаҡлашыу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн асыҡ дәрес ҡараныҡ. Башҡорт әҙәбиәтенән Мостай Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһын анализлау булды. Альмира Таһирйән ҡыҙы дәресте шул тиклем оҫта алып барҙы, ә уҡыусылары әүҙем ҡатнашты. Уҡыусылырҙың телмәрен тыңлап, шатланып ултырҙыҡ. Дәрескә юғары баһа бирелде.
Юғары кимәлдә утте был саралар. Барыбыҙҙың да күңеленә хуш килде. Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбе коллективына ҙурҙан-ҙур уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Эльмира Шәйхуллина.

Ҡышлауйылға мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Читайте нас: