Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Декабрь 2019, 11:10

Башҡортостанда һынлы сәнғәт мәктәбенә нигеҙ һалыусы

Асҡын 2-се мәктәбенең VIII Б класында күренекле яҡташыбыҙ Федор Александрович Кащеевҡа бағышланған дәрес үтә.

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Дилбәр Заһиҙуллина был дәрескә айырыуса бер йылылыҡ менән сәмләнеп, дәртләнеп, ентекле әҙерләнә, бик күп күргәҙмәлектәр йыя, шуға ла ул йәнле, тәрән йөкмәткеле, балалар күңеленә үтеп инеп, уларҙа илһөйәрлек, яҡташыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланыу хистәрен уята.
Дилбәр Зөфәр ҡыҙы уҡыусылар менән Федор Александровичтың тормош һәм ижад юлына байҡау яһап, уның билдәле картиналарына туҡтала.
Федор Александрович үҙе рус булһа ла, башҡорт мөхитендә тәрбиәләнгәнгә күрә, башҡорт тарихын, йәшәйешен яҡын күреп, уны үҙенең картиналарында оҫта сағылдыра. Уның барлыҡ һүрәттәрендә лә башҡорт халҡының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, тормош-көнкүреше сағылыш тапҡан. Үҙенсәлекле милли колорит менән һуғарылған әҫәрҙәрен уҡыусылар ҡыҙыҡһынып ҡарап, дәррәү анализланы, фекерҙәрен, тәьҫораттарын белдерҙе. Кащеевтың портреттарын ҡарай башлағас һоҡланыуҙарының сиге булманы. Улар араһында күренекле яҡташтарыбыҙ булыуына уҡыусыларыбыҙ айырыуса ҡыуанды. Районыбыҙҙың Советтар Союзы Геройҙары Нурулла Дәүләтгәрәй улы Сафин, Сәлимйән Ғәлимйән улы Ғәлимйәнов портреттарын ҡарап уҡыусылар ғорурланды, - тип дәрестең уҡыусыларға бик оҡшауын билдәләне Дилбәр Зөфәр ҡыҙы.
Яҡташыбыҙ тураһында бай мәғлүмәт туплаған уҡыусылар менән күргәҙмәгә лә барырға йыйына Дилбәр Зөфәр ҡыҙы. Афарин!
Читайте нас: