Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Декабрь 2019, 17:45

Телебеҙҙе һаҡлаусылар һәм яҡлаусылар йыйылды

Бөгөн Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинары үтте.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары - милләтебеҙ һағында тороусылар, телебеҙҙе яҡлаусылар һәм һаҡлаусылар. Тәжрибә уртаҡлашыу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү өсөн улар теге йәки был мәктәптә осрашып, асыҡ дәрестәр ҡарап,тәжрибә уртаҡлашып, белемдәрен камиллаштырып тора. Был юлы улар Иҫке Ҡаҙансы мәктәбенә йыйылды.
Тәүҙә улар “һанлы белем биреү мөхите” республика проекты сиктәрендә һанлы техника менән йыһазландырылған ике уҡыу кабинеты асыу, Советтар Союзы Геройы Мирзалихан Ғәбит улы Ғәбитовтың 100 йыллығы уңайынан ойошторолған тантаналы сараларҙа ҡатнашты.
Артабан уҡытыусылар заманса алымдар һәм технологиялар ҡулланып, яңы стандарт талаптарына ярашлы сифатлы уҡытыу, һөнәри кимәлде үҫтереү кеүек мәсьәләләр буйынса кәңәшләште. Район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Мөнзилә Солтан ҡыҙы Әхмәтова уҡытыусыларға бөгөнгө семинар буйынса үҙенең фекерен, кәңәштәрен еткерҙе, алда торған эштәр, бурыстар менән таныштырҙы.
Артабан бирелә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альмира Таһирйән ҡыҙы Әхмәтова 8-се класта “Мостай Кәрим. Үлмәҫбай” темаһына асыҡ дәрес күрһәтте.
  • Тәжрибәле уҡытыусының дәресе бик йөкмәткеле, мауыҡтырғыс булды. Альмира Таһирйән ҡыҙы уҡыусылар менән Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады буйынса белгәндәрҙе иҫкә төшөрөп, ”Үлмәҫбай” поэмаһының идея-тематик йөкмәткеһе буйынса эшләү алымдарын күрһәтте, һүрәтләү сараларын анализлап, эстәлек буйынса фекер алыштылар. Дәрестең тәрбиәүи яғы ла яҡшы уйланғайны. Рәсәй һалдаттары, ветерандар, фронтавик яҙыусыларҙың батырлығын онотмай, хөрмәтләргә кәрәклеге ҡыҙыл еп булып үтте, — тип тәьҫораттары менән бүлеште башҡорт теле уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе Дилбәр Зөфәр ҡыҙы Заһиҙуллина.
  • Дәрес ҡарап, уға бергәләп анализ эшләгәндән һуң сарала ҡатнашыусылар мәктәп музейына барып, ундағы эшмәкәрлек менән танышты.
    Сара бик уңышлы үтте. Ултырышта ҡатнашыусылар юғары кәйеф, киләсәктә педагогик эшмәкәрлеккә өмөтлө пландар ҡороп таралышты.
    Наилә Имаева.
    Читайте нас: