Йәнтөйәк
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Декабрь 2019, 18:47

Бала күңеленең белгесе

Гөлназ Хәмәтханова республика һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә лайыҡлы сығыш яһай

28 -29 ноябрҙә Стәрлетамаҡта мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре өсөн ҙур сара үтте. Уның сиктәрендә “Мәктәпкәсә белем биреү йыл педагогы – 2019” республика конкурсы ла ойошторола. Был мәртәбәле бәйгелә райондашыбыҙ, Асҡын 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлназ Хәмәтханова ла һөнәри оҫталыҡта һынау тота.
Гөлназ Тәфсир ҡыҙы мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә 19 йыл эшләй. Тәүҙә район үҙәгенең “Ҡояшҡай”, һуңғы бер нисә йылда Асҡын 2-се балалар баҡсаһында кескәйҙәргә тәрбиә һәм белем биреүгә бар көсөн һала.
Гөлназ Хәмәтханова заман менән бергә атлаусы, үҙ-үҙен даими камиллаштырыусы, яңылыҡҡа ынтылыусы тәрбиәсе. Һуңғы бер нисә йылда ул “Яңғырауыҡлы ым-ишаралар” (“Звучащие жесты”) традицион булмаған алымы буйынса эшләй. Уны эстетик үҫеш буйынса ғына түгел, ә танып-белеү, һөйләмде үҫтереү буйынса ла, шулай уҡ театрлаштырылған эшмәкәрлектә лә, физкультминутка урынына ла ҡуллана.
Гөлназ Тәфсир ҡыҙы ағымдағы йылда “Йыл педагогы” конкурсының муниципаль этабында еңеү яулап, республика турында ла лайыҡлы сығыш яһаны. Республика бәйгеһенең беренсе турында ҡатнашыу өсөн ул үҙ эшмәкәрлеге тураһында видеоролик төшөрөп ебәрә. Икенсе тур Өфөлә үтә. 65-се балалар баҡсаһында бәләкәй төркөмдә тирә-яҡты өйрәнеү буйынса “Көҙ” темаһына дәрес күрһәтә. Уға ярҙамға хеҙмәттәштәре лә бара. “Йыл педагогы - 2019” бәйгеһенең өсөнсө туры Стәрлетамаҡта үтә. Унда республикабыҙҙың район һәм ҡалаларынан 64 тәрбиәсе көс һынаша. Ике көн буйына улар “хеҙмәттәштәре алдында сығыш яһай, оҫталыҡ дәрестәрендә һәм Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры менән түңәрәк өҫтәлдә ҡатнаша. Райондашыбыҙ һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, диплом менән бүләкләнә. Стәрлетамаҡ 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Елена Морозова абсолют еңеүсе була. Ул “Рәсәйҙең йыл тәрбиәсеһе” Бөтә Рәсәй конкурсында республикабыҙ данын яҡлаясаҡ.
29 ноябрҙә мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең республика форумы үтә. Ул мәктәпкәсә белем биреүҙең 100 йыллығына бағышлана. Сарала район мәғариф бүлеге методисы Венера Ғайсина мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнаша. Улар мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙең үҙенсәлектәре һәм башҡа һорауҙар ҡаралған дискуссия майҙансыҡтарында, түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнаша.
Форум һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе лауреаттары һәм ҡатнашыусыларын бүләкләү менән тамамлана. Ҡаланың алдынғы коллективтарының сығышы ысын мәғәнәһендә байрам бүләге була.
— Бындай кимәлдәге оҫталыҡ бәйгеһендә тәүге ҡатнашыуым. Оло майҙанда сығыш яһау, тәжрибә уртаҡлашыу – һәр тәрбиәсенең теләгелер, тип уйлайым. Конкурс барышында хеҙмәттәштәремдең ярҙамын тойҙом. Әллә күпме тәрбиәсе менән таныштым, фекерҙәштәр таптым. Башҡаларҙың эш тәжрибәһен ҡараным, яңы алымдарҙы нисек ҡулланыуҙарын күрҙем. “Педагогик табыш” һынауында ҡатнашып, үҙемдең эш алымдарым менән тәжрибә уртаҡлаштым. Балалар менән эшләү – бер оҫталыҡ, эшеңде күрһәтә белеү – йәнә бер һәләт икәненә төшөнөп ҡайттым был конкурстан, — тип тәьҫораттары менән бүлеште Гөлназ Тәфсир ҡыҙы.
Наилә Имаева.
Читайте нас: