Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Декабрь 2019, 11:23

Һөнәрле кеше юғалмаҫ

Солтанбәк урта мәктәбендә “Һөнәрҙәр илендә» тип аталған класс сәғәттәре үтә.

Уҡыусыларҙы төрлө һөнәрҙәр менән таныштырыу, балаларҙың ҡыҙыҡһыныусанлығын үҫтереү, хеҙмәт эйәһенә хөрмәт тәрбиәләү, һәр һөнәрҙең мөһим булыуын билдәләүҙе маҡсат итеп алған сара бик мауыҡтырғыс һәм күңелле үтә.
Башланғыс класс уҡыусылары китапханаға, магазинға, ашханаға экскурсияға барып, ундағы һөнәр эйәләре менән аралашты, эш үҙенсәлектәре менән танышты, иҫтәлеккә фотоға ла төштө.
5-се класс уҡыусылары тыуған төйәктәрен тағы ла үҫтереү, төҙөкләндереү, алға итеү өсөн кәрәк буласаҡ һөнәрҙәр үҙләштереү тураһында хыяллана. Күптәренең юғары белем алып, ауылға эшкә ҡайтырға теләк белдереүе бигерәк тә ҡыуаныслы.
Наилә Имаева.
Читайте нас: