Рус теле һәм әҙәбиәте аҙналығы “Әкиәттәр иленә сәйәхәт” исемле класс сәғәте үткәреүҙән башланып китә. Уҡыусылар уҡыған әкиәттәре буйынса һүрәттәр төшөрөп алып килә, яратҡан әкиәттәрен һөйләп күрһәтә. Әңгәмә аҙағында изгелектең һәр саҡ яуызлыҡты еңеүе тураһында һығымта яһала.
Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Мәүлимйән ҡыҙы Исламова — 8-се класта телмәр үҫтереү буйынса, ә Регина Альберт ҡыҙы 6-сы класта һүҙ яһалыш темаһы буйынса асыҡ дәрес күрһәтә.
Аҙналыҡҡа йомғаҡ яһап, бөгөн Зилә Мәүлимйән ҡыҙы 8-11-се класс уҡыусылары менән “Умники и умницы” уйынын ойоштора. Уҡыусылар әҙәбиәттән һәм рус теленән белемдәрен тикшереп, әҙерләнгән һорауҙарға кем уҙарҙан яуап эҙләй. Сара бик күңелле һәм мауыҡтырғыс үтә.