Сараны район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Мөнзилә Әхмәтова менән берекмә етәксеһе Дилбәр Заһиҙуллина көн тәртибе менән таныштырып, эш һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһап башлап ебәрҙе. Артабан уҡытыусылар менән бергәләп Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығы уңайынан үткәрелгән сараларҙы анализланылар, “Республикамды данлайым” район һәм республика иншалар конкурсына ла йомғаҡ яһап, үҙ фекерҙәрен, тәҡдимдәрен еткерҙеләр.
Ҡарткиҫәк мәктәбе уҡытыусыһы Руфина Мостафина “Уҡыусылар менән фәнни эш ойоштороу”, ә Асҡын 1-се мәктәбе уҡытыусыһы Ләйсән Ғәйнелйәнова “Дәрестән тыш эшмәкәрлек” тигән темалар буйынса сығыш яһаны.
Мөнзилә Солтан ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадаһына уҡыусыларҙы әҙерләү буйынса кәңәштәрен еткерҙе. Ултырышта ҡатнашыусылар башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, туған тел дәрестәрен уҡытыуҙың сифатын күтәреү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
Ғөмүмән, сара уңышлы үтте. Туған тел һағында тороусылар киләсәктә педагогик эшмәкәрлеккә өмөтлө пландар ҡороп таралышты.