Унда Бөрө, Дүртөйлө, Яңауыл, Илеш, Мишкә, Балтас райондарынан һәм Нефтекама, Ағиҙел ҡалаларынан йәмәғәт советы ағзалары һәм социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан вәкилдәр ҡатнашты. Сараның тап ошо белем усағында үтеүе осраҡлы түгел, сөнки 3-сө мәктәп бөтә яҡлап та өлгө һанала.
– Йәмәғәт советы мәктәп ашханаларында туҡланыу сифатына мониторинг уҙғарҙы, йәйгеһен балалар майҙансыҡтарының торошон тикшерҙе, – тип һөйләй Борай районы хакимиәтенең йәмәғәт советы рәйесе Эльза Шәймиева. – Һүҙ ҙә юҡ, бик яуаплы, бик кәрәкле эш. Шуны яҡшы аңлайбыҙ: ошо тикшереүҙәрҙән һәм әйткән теләктәрҙән һуң хәлдәр мотлаҡ ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк.