Тарих уҡытыусыһы Элина Шәрип ҡыҙы Исламова уҡыусыларҙы байрамдың тарихы менән таныштырып, ҡыҫҡаса байҡау яһай. Тәжрибәле уҡытыусы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың именлеге һәм уның көслөлөгө – халыҡтар берҙәмлегендә булыуын иҫбатлап, миҫалдар килтерә. Уҡыусылар ҙа дәрескә төплө әҙерләнеп, әүҙем яуап бирә, ҡыйыу сығыш яһай, үҙ фекерен белдерә.
Рәсәйҙә йәшәгән ике йөҙҙән ашыу милләт вәкилдәренең 164-ен Башҡортостан үҙенә һыйындырған. Республикала йәшәгән сыуаштар, мордва һәм тажиктар, башҡа милләт вәкилдәре үҙҙәрен берләштергән төп асылдарҙы йәшермәй. Милли ҡомартҡыларҙы һаҡлау, үҙ телеңдә һөйләшеү мөмкинлеге. Быларҙың барыһы ла татыулыҡ һәм халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты үҫтереүсе миҫалдар. Ил именлеге һәм уның төбәктәре тотороҡлоғо, әлбиттә, көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаҡ хәл итеү мөмкинлегендә. Ватан тарихында ошо йәһәттән һабаҡ алырлыҡ дәрестәр ҙә юҡ түгел. Фашизмды еңеү был һүҙҙәргә төп дәлил.Башҡортостан халҡы илдең тарихи һәм хеҙмәт йылъяҙмаһына сағыу биттәр яҙып ҡалдыра. Бөгөн дә төбәктә йәшәгән милләттәр үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, ихтирам һәм иғтибар төшөнсәләре менән донъя көтә.