Рәфинә Нәҡип ҡыҙы 1964 йылда Юлдаш ауылында донъяға килә. Мәктәпте тамамлағас, Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә. 1983 йылда уҡыу йортон уңышлы тамамлап, Хәлил ауылында хеҙмәт юлын башлай.
Йәш уҡытыусы студент тормошонан мәктәп донъяһына сума — уҡыусылар, ҡыҙыҡлы саралар, әҙәби түңәрәктәр, ярыштар... Балалар уҡытыусыларын яратып өлгөрә, ә уға уҡыусылар менән эшләүе ҡыуаныс була. Һайлаған һөнәрен күңел биреп башҡарғанға 37 йыл ваҡыт үтеп тә киткән.
— Үҙ эшеңде яратып башҡарыу — бәхет бит ул. Һәр иртә ашҡынып, ҡанатланып мәктәпкә килһәң, балаларҙың ышаныс менән һиңә төбәлгән ҡараштарын күрһәң, бөтә арыуҙар юғала, хеҙмәтеңдән ҡәнәғәтләнеү тойғоһо, шатлыҡ хистәре солғап ала, — тип һөйләй Рәфинә Шәйехова.
Рәфинә Нәҡип ҡыҙы коллективта әүҙемлеге, тырышлығы, уңғанлығы менән айырылып тора. Ул — ғәҙел, ярҙамсыл, яғымлы кеше. Уҡыусыларында башҡорт теленә һөйөү уята белә. Һәр балаға әсә теленең наҙын, нәфислеген, күркәмлеген тойорға өйрәтә, һәр береһен әҙәпкә, түҙемлеккә өндәп, кәрәк урында хуплай, маҡтай белә. Уҡытыусының дәрестәрен балалар көтөп ала, сөнки уның һәр дәресе үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы үтә. Төрлө мауыҡтырғыс уйындар, йыһаздар, яңы технологиялар ҡулланып, эшләй.
Рәфинә Нәҡип ҡыҙының уҡыусылары районда, республика кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа ҡатнашып, йыш ҡына еңеү яулай. Тәжрибәле педагог уҡыусыларының һәләтен, ҡаҙаныштарын күрә белә, яңы үрҙәргә әйҙәй. Уҡыусылары араһында уҡытыусы һөнәрен һайлаусылар ҙа бик күп. Хеҙмәт ветераны уларҙың уңыштарына ҡыуана. “Уҡытыусының бәхете уҡыусыларының уңыштарынан йыйыла”, — тип дөрөҫ әйткәндәр.
Оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләп, хеҙмәттәштәренең, балаларҙың, класс етәксеһе булараҡ атай-әсәйҙәрҙең оло хөрмәтен яулаған тәжрибәле уҡытыусы бик күп Почет грамоталарына лайыҡ.
Рәфинә Шәйехова эш урынында абруйлы, хөрмәтле педагог булһа, ғаиләһендә яратҡан, хәстәрлекле тормош иптәше, һөйөклө әсәй һәм ике ейәнсәренә ҡәҙерле өләсәй ҙә.
Шәйеховтар 1986 йылда ғаилә ҡороп, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Ата-әсәнең өмөтө аҡлана. Ҡыҙҙары Луиза әсәһе юлын һайлай — инглиз теле уҡытыусыһы. Тормош иптәше Алмаз менән Ҡазан ҡалаһында йәшәйҙәр. Улдары Радмир Өфө транспорт техникумын тамамланы. Ғаиләһе менән себерҙәләр.