Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Сентябрь 2019, 17:34

Оло хөрмәткә лайыҡ тәрбиәсе

Ирина Фәрит ҡыҙы Карамова Мишкә 1-се “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе вазифаһын башҡара. Уның педагогик стажы — 22 йыл.

Мәктәпте тамамлағандан һуң йәш ҡыҙ Өфө педагогия училищеһына уҡырға бара. Студент йылдарында уҡыу йортоноң йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәй. Конкурс, саралар, спорт ярыштары үтһенме, һәр ваҡыт беренселәр рәтендә була.


Училищены уңышлы тамамлап, 1987 йылда үҙенең районына эшкә ҡайта. Уға тәрбиәсе вазифаһын тәҡдим итәләр. Шулай ул хеҙмәт юлын балалар баҡсаһында башлай. Беренсе көндән балалар менән эшләү күңеленә хуш килә. Үҙ һөнәрен яратып башҡарған белгес белемен камиллаштырыу маҡсатында Бөрө социаль-педагогия академияһына уҡырға инә һәм мәктәпкәсә белем биреү бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлай. “Балалар менән бала булып, ижади эшкә сумып, йыл артынан йыл үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Ошо 22 йыл эсендә эшем тормошомдоң яртыһына әйләнде. Минең төркөмгә йөрөгән һәр баланы иҫләйем. Һәр береһенә күңел йылыһын биргәнмен. Һәр баланың үҙенә генә хас һәләтен табыу һәм үҫтереү ине минең маҡсатым. Бөгөн дә минең сығарылыш төркөм балалары күрешеп, шылтыратып, хәл белеп тора. Мин быны эшемә баһа кеүегерәк ҡабул итәм”, — ти Ирина Фәрит ҡыҙы.


Хеҙмәттәштәре Ирина Карамованы талапсан, ғәҙел белгес итеп ҡылыҡһырлай. Күп йылдар ул коллективтың методик эшен уңышлы етәкләй. Тап уның хеҙмәте, тырышлығы менән коллектив күп кенә район, республика конкурстары еңеүсеһе булыуға ирешкән. Йәштәргә һәр ваҡыт методик ярҙам күрһәтә, үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлаша ул. Яңы алымдар, йүнәлештәр, яңы норматив документтар, стандарттарҙы беренселәрҙән булып өйрәнеп, үҙенең эшендә ҡуллана, хеҙмәттәштәре менән бүлешә.

Ата-әсәләр ҙә Ирина Фәрит ҡыҙын хөрмәт итә. Улар менән уртаҡ тел табып, берҙәм эшләй, йыш ҡына йыйылыштарҙа сығыш яһай, кәңәштәр бирә, улар менән тренингтар үткәрә. Яңы белем биреү стандарттарының төп талабы – “бергәлек” принцибы. Тәрбиәсе, ата-әсә берҙәм бер йүнәлештә эшләгәндә генә эш һөҙөмтәһе уңышлы буласаҡ.


Ирина Фәрит ҡыҙы әйтеүенсә, хәҙер балалар тәрбиәләүҙә заман менән бергә атлау мөһим. Шуға күрә тәрбиәсе үҙенең эшендә инновацион технологиялар менән эшләнгән уйындар, проекттар ҡулланырға тейеш. Үҙ эшенә мөкиббән китеп, бар оҫталығын һалып, күңелен биреп эшләгән Ирина Фәрит ҡыҙы менән һоҡланмай мөмкин түгел.
Читайте нас: