Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Сентябрь 2019, 17:52

“Күк сәскә” балалар баҡсаһының яңы филиалы бар яҡлап та алдынғы

Мишкә район үҙәгендә барлығы дүрт балалар баҡсаһы бар. Һәр иртә улар кескәйҙәрҙе ҡабул итә. Белем биреү учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшереү һәм ҡабул итеү һөҙөмтәләре буйынса 1-се урын алған 2-се “Күк сәскә” балалар баҡсаһының яңы филиалы тураһында тик яҡшы һүҙҙәр генә ишетергә мөмкин.

Был яңы филиал ике йыл элек кескәйҙәр өсөн үҙ ишектәрен аса. Ике ҡатлы бинала йоҡо һәм уйын, өҫтәмә дәрестәр, тәрбиәселәр өсөн айырым бүлмәләр, музыка һәм гимнастика залдары, физкультура майҙансығы, медицина блогы булдырылған һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Балалар баҡсаһының биләмәһе лә иркен. Уңайлы, яҡты, матур итеп йыһазландырылған алты төркөмдә 110 бала шөғөлләнә.

Балалар баҡсаһына аяҡ баҫыу менән үҙеңде әкиәт иленә килеп ингән кеүек хис итәһең. Коридор стеналарында төшөрөлгән әкиәт геройҙары уңышлы уйланылған. Балаларҙы һәр иртә үҙ эштәрен яратып башҡарған, хәстәрлекле тәрбиәселәр ҡаршы ала. Коллектив бөтә тейешле педагогтар, тәрбиәселәр менән тулыһынса тәьмин ителгән.

Балалар баҡсаһы коллективын ижади ҡарашлы, компетентлы, тырыш Олеся Пономарева етәкләй. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, ярҙамсыл, талапсан мөдир хеҙмәттәштәре менән генә түгел, ата-әсәләр менән дә яҡшы мөнәсәбәттә, кескәйҙәр менән дә уртаҡ тел тиҙ таба.

Коллективтың методик эшен өлкән тәрбиәсе Эльвера Мөкимова алып бара. Балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе театрҙағы режиссер кеүек. Семинарҙар, кәңәшмәләр үткәреү, йәш белгестәр менән эш, балалар баҡсаһының комплекслы эш планын төҙөү һәм башҡалар уның вазифаһында. Эльвера Салауат ҡыҙы етәкселегендә эшләгән педагогтар төрлө район, республика конкурстарында әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Методик кабинеттағы грамота, дипломдарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Педагогтар йыл да “Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы педагогы” район конкурсында ҡатнаша. 2019 йылда Лариса Арсентьева “Иң яҡшы физкультура инструкторы” номинацияһында еңеүсе тип табылды.

Балалар баҡсаһында юғары квалификациялы, ижади, үҙ һөнәрен яратып башҡарған белгестәр эшләй. Шулар араһында Ольга Илекбаева, Олеся Баязова, Лилиә Абдулова, Лидия Васильева, Диләрә Хәбибуллина, Гөлсәсәк Вәлиәхмәтованың тырыш хеҙмәтен билдәләп үтергә кәрәк. Улар кескәйҙәрҙең эске донъяһын тойомларға һәләтле, тәрән аҡыллы, сабыр, йомарт күңелле тәрбиәселәр.


Лилиә ХӘСӘНОВА
Читайте нас: