Өй туйлау — һәр ваҡыт ҙур байрам, айырыуса ябай булмаған хәҙерге заманда. Район хакимиәте ярҙамы менән, төҙөүселәрҙең яуаплы һәм маҡсатҡа ынтылыусан булыуы һөҙөмтәһендә Абыҙ ауылы мәктәбе яңы уҡыу йылына балаларға ҙур бүләк булды. Уны асыу көнө уҡыусылар өсөн генә түгел, ә уларҙың ата-әсәләре, уҡытыусылар, ҡунаҡтар өсөн дә онотолмаҫлыҡ булды.
Ауыл ситендәге ҙур, күркәм ике ҡатлы бина, асфальт йәйелгән территория иҫ киткес матур. Барыһы ла яҡшы итеп, намыҫ менән, юғары сифатлы эшләнгән. Быларҙың барыһын да абыҙҙар менән шатлыҡ уртаҡлашырға килгән мәртәбәле ҡунаҡтар ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Мәктәптә уҡыу процесын заманса талаптарға яуап бирерлек итеп ойоштороу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Бөгөнгө көндә белем биреү учреждениеһында 134 бала уҡый, 15 уҡытыусы эшләй. Матур итеп биҙәлгән корпустарҙа заманса техника менән йыһазландырылған класс бүлмәләре урынлашҡан, уларҙа балалар белем аласаҡ, тәжрибәләр яһаясаҡ, лаборатор эштәр башҡарасаҡ. 10 интерактив таҡта һәм 32 ноутбук, физика буйынса уҡыу, ғәмәли һәм проект эшмәкәрлеге үткәреү өсөн мобилле лаборатория комплексы, ултырыштар һәм спорт залы, ашхана бар. Шулай уҡ турист кәрәк-яраҡтары, музыка ҡоралдары, спорт инвентары бик күп. Өй хужалығын алып барыу кабинетында ҡыҙҙар өсөн көнкүреш техникаһы, һауыт-һабаның тулы комплекты бар. Тегеү машиналары, өс оверлог менән айырым кабинет йыһазландырылған. Тимер һәм ағас эшкәртеү оҫтаханаһында ла ҡоралдарҙың тулы комплекты ҡайтарылған.
Балалар баҡсаһында дөйөм үҫеш төрөндәге дүрт төркөм эшләй, унда 67 сабый тәрбиәләнә. Улар өсөн уңайлы шарттар булдырылған, музыка-спорт залы, логопед кабинеты һәм сенсор бүлмәһе бар. Балалар майҙансығы резина өҫлөк менән ҡапланған, кескәйҙәрҙең юғары әүҙемлеген иҫәпкә алып, спорт һәм уйын комплекстары менән йыһазландырылған.
Мәктәпте асыу тантанаһында Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин, уның урынбаҫарҙары Рәмил Вәлинуров, Рәфис Дәүлиев, Айгөл Исмәғилева, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин, мәғариф бүлеге начальнигы Зилә Нәжметдинова, “Геострой” йәмғиәтенең төҙөлөш буйынса директоры Радик Мөхәмәтйәнов, Башҡортостан Республикаһының Капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Чернятьев һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
Байрамда сығыш яһап, Илдар Ғарифуллин йыйылыусыларҙың барыһын да йылы тәбрикләне һәм уҡытыусыларға, уҡыусыларға белем үрҙәренә үрләүҙә ҙур уңыштар теләне. Ул шулай уҡ республика етәкселегенә, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығына, төҙөүселәргә, педагогтарға, ата-әсәләргә һәм шундай матур бинаны файҙаланыуға тапшырыуҙа өлөшө булғандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
— Ошо заманса комплекс республикала иң матурҙарының береһе, — тип билдәләне Илдар Вил улы һәм “Геострой” йәмғиәте һәм Башҡортостан Республикаһының Капиталь төҙөлөш идаралығы коллективтарына район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Шулай уҡ Айбулат Хажин, Радик Мөхәмәтйәнов һәм башҡалар ҙа йылы тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
Мәктәп директоры Әлфрит Вәғизовҡа символик асҡыс тапшырылғандан һуң ҡунаҡтарҙың барыһы өсөн дә мәктәп һәм балалар баҡсаһы буйлап экскурсия үткәрелде.