Солтанбәктәр ҙә йәрминкәгә бик күп тауар алып килгәйне. Бында йәшелсәләр ҙә, еләк-емеш тә, ҡамыр һәм һөт ризыҡтары ла, ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән ҡайнатмалар, салаттар ҙа, хаттта миндек тә бар ине! Уҡыусылар ата-әсәләре менән һәр һатып алыусыны йылмайып ҡаршы алып, тауарҙарын ихлас тәҡдим итте, һатты.
— Йәрминкә быйыл бигерәк тә күңелле үтте, бик оҡшаны. Ысын байрам булды: йыр-моң ағылды, ҡояш та йылы нурҙарын йәлләмәне, кешеләр ҙә шат йылмайып аралашты, рәхмәт әйтеп китте, — ти тәьҫораттары менән бүлеште солтанбәктәр. — Килеп тауарҙарыбыҙҙы теҙеү менән һөт ризыҡтары һатылып бөттө, бөтә нәмәне алдылар, баланды ла бик ярата икән халыҡ. Эре кишерҙәрҙе йыуып, уларға салфетканан күлдәк кейҙереп алып килгәйнек. Һәр һатып алыусыға ошо кишерҙе бүләк иттек. Был ысын мәғәнәһендә кешеләргә көтөлмәгән бүләк булды.