Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Сентябрь 2019, 16:40

Бурыстар билдәләнде

Ҡариҙел районында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе үтте

Беренсе көндө педагогтар методик берекмәләрҙең секция дәрестәрендә, ә иртәгәһен сараның пленар өлөшөндә ҡатнашты.

Кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин, уның социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Рәмил Вәлинуров, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев, Башҡортостан Республикаһының үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төрлө техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы Ринат Ғәлимов, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының балалыҡ хоҡуҡтарын яҡлау һәм етемдәргә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам күрһәтеү бүлеге етәксеһе Татьяна Хурсан, район мәғариф бүлеге начальнигы Зилә Нәжметдинова ҡатнашты.
Илдар Вил улы үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһаны һәм быйылғыһына бурыстарҙы билдәләне. Атап әйткәндә, ул мәғариф системаһында милли һәм төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу, уҡыусыларҙың белем сифатын күтәреү, берҙәм дәүләт һәм төп дәүләт имтихандары һөҙөмтәләрен яҡшыртыу, мәктәптәрҙең биш көнлөк уҡыуға күсеүе һәм берҙәм меню тураһында һөйләне. Район хакимиәте башлығы сығышында төп иғтибарҙы белем алыу өсөн яҡшы, заманса шарттар тыуҙырыу мәсьәләләренә бүлде.
— Район буйынса өлгөрөш — 100, белем сифаты — 52,3 процент, был былтырғы күрһәткестәрҙән түбәнерәк. БДИ буйынса юғары балл йыйыусылар булһа ла, һөҙөмтәләре минималь сиктән түбән булған ун беренселәрҙең өлөшө лә бар бында, быйыл биология һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән ауыр булды. Шуға бәйле, уҡыусыларға ниндәй фәндәрҙе һайларға дөрөҫ йүнәлеш бирергә кәрәк, был йәһәттән уҡыу йылы буйына планлы эш алып барылырға тейеш, — тине ул.
Ринат Ғәлимовтың сығышы ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле булды. Ул мәғариф хеҙмәткәрҙәренең үткән республика кәңәшмәһе тураһында һөйләп, Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың педагогтар алдына ҡуйған бурыстарға туҡталды. Татьяна Геннадиевна менән Зилә Камил ҡыҙы шулай уҡ республикала һәм районда “Мәғариф” милли проектының тормошҡа ашырылыуы тураһында бәйән итте.
Был көндө бер төркөм педагогтар Дәүләт Думаһы депутатының, Башҡортостан Республикаһының Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығының, район хакимиәте һәм мәғариф бүлегенең Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары менән бүләкләнде. Юбилейҙарын билдәләгән уҡытыусыларға ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Регина Шәйҙуллина.

Автор фотоһы.
Читайте нас: