Баш ҡаланың 94-се лицейында урынлашҡан махсус пунктта имтиханды ҡабат тапшырыуға килгән йәштәрҙең кәйефе шәптән түгел, сөнки быйыл бер юғары уҡыу йортона ла инә алманылар, унан тыш, һынауҙарҙы ҡабаттан үткәреү психологик яҡтан да еңел түгел. Балтас егете Давид Стахевич әйтеүенсә, йәй көнө өҫтәмә әҙерләнергә теләк тә, ваҡыт та булмаған.
Балтастағы имтихан һөҙөмтәләрен иҫәпкә алмаҫҡа Дәүләт имтихан комиссияһы хәл иткән. Уларҙа балалар яуаптарҙы күсергән тигән шик тыуған. Һөҙөмтәлә 16 баланың имтихан һөҙөмтәләре иҫәпкә алынмаған, был хәлдән һуң мәктәп директоры, чиновниктар эштән ебәрелгән. Балаларға психологтар ярҙамы күрһәтеләсәк тиһәләр ҙә, ата-әсәләр әйтеүенсә, был да үтәлмәгән. Ғөмүмән, ата-әсә балаларҙы хәл-ваҡиғалар ҡорбаны тип атай.
Бөгөн үткәрелгән имтихандар бар талаптарға ярашлы ойошторолған, 43 кеше база кимәлендәге рус теленән һынау тапшырған. Улар араһында өҫтә телгә алынғандар менән бер рәттән, тейешле ваҡытта һаулығының торошо сәбәпле тапшыра алмағандар, йә иһә етерлек балл йыймағандар ҙа бар.
Икенсе имтихан 6 сентябрҙә буласаҡ.