Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Сентябрь 2019, 14:01

Солтанбәктә Белем байрамы күңелле үтте

Балҡып торған белем усағында яҡты, йылы бүлмәләрҙә 16 уҡытыусы 84 уҡыусыны яҡты йөҙ менән шатланып ҡаршы алды.

Быйыл йәй 100 йыллыҡ юбилейын гөрләтеп билдәләгән Солтанбәк мәктәбендә лә Белем көнө бик матур үтте. Уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе байрам менән ҡотларға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы Ғәйзуллина килде.

Рәүзәт Шәүкәт улы Насртдинов етәкләгән коллективта 16 уҡытыусы эшләй. Белем усағы яңы уҡыу йылында 84 уҡыусыны яҡты, йылы бүлмәләре менән ҡаршы алды. 10-сы класта — 11, ә 11-ҙә өс уҡыусы белем аласаҡ. Беренсе класҡа ете бала килде. Уларҙы тәжрибәле уҡытыусы Флүзә Рәүеф ҡыҙы уҡытасаҡ.




Читайте нас: