Ирина Әхнәф ҡыҙы Ғәлиева етәкләгән 3А класы уҡыусылары ла был көндө түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Балаларҙың шатлығын уртаҡлашырға байрамға ата-әсәләр ҙә килгәйне. Матур итеп кейенгән, ыҫпай малайҙар һәм күбәләктәй аҡ бантиктар таҡҡан һылыу ҡыҙҙарҙың бер-береһенә һөйләргә йәй буйына хәбәрҙәре күбәйгән.
Балаларға яңы уҡыу йылында тырышып уҡыуҙарын, әүҙем, ныҡышмал, һау-сәләмәт булыуҙарын теләйбеҙ!
Белем көнө менән, уҡыусылар!