Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Август 2019, 16:56

Ҡарткиҫәк мәктәбендә — Еңеү дәресе

Ҡарткиҫәк мәктәбендә Еңеү дәресен Фәнирә Мәүли ҡыҙы үткәрәсәк.

Яңы уҡыу йылы башланыуға һәм Белем көнөнә арналған тантаналы линейкалар райондың барлыҡ белем биреү учреждениеларында икенсе сентябрҙә уҙасаҡ. Шулай уҡ был көндө бөтә мәктәптәрҙә 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләү уңайынан Еңеү дәрестәре уҙҙырыласаҡ.


Ҡарткиҫәк урта мәктәбенә уҡыусыларға Еңеү дәресен үткәрергә хаҡлы ялдағы ветеран уҡытыусы Фәнирә Нәбиуллинаны саҡырғандар. Бар ғүмерен мәғарифҡа арнап, оҙаҡ йылдар мәктәп музейын етәкләгән Фәнирә Мәүли ҡыҙы Еңеү дәресенә бик ентекле әҙерләнгән. Үҙе төҙөгән “Мин беләм! Мин иҫләйем! Мин ғорурланам !” проектын да уҡыусыларға күрһәтәсәк.
Читайте нас: