Йәнтөйәк
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Август 2019, 17:11

“Камелот”та ата-әсәләр нимә тураһында һөйләште?

Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең район август кәңәшмәһе сиктәрендә район үҙәге мәғариф учреждениеларында дискуссия майҙансыҡтары эшләне.

Шуларҙың береһе — райондың ата-әсәләр берләшмәһе өсөн “Яңы уҡыу йылы: яңыса эшләү” дискуссия майҙансығы “Камелот” кафеһында үтте.


Сараға йыйылыусылар алдында “Алдынғы ҡарашлы ата-әсәләр” төбәк йәмәғәт ойошмаһы президенты Ирина Банникова сығыш яһаны. Ирина Владимировна үҙе етәкләгән ойшманың маҡсаты, эшмәкәрлеге тураһында ентекле итеп аныҡ миҫалдар килтереп һөйләне. Баланы нисек итеп дөрөҫ тәрбиәләргә? Бер-береңде нисек аңларға? Заман афәттәренән нисек һаҡлап ҡалырға? Теге йәки был ситуацияла нисек үҙеңде тоторға? Һанлы технологиялар үҫешкән заманда балаға нисек дөрөҫ йүнәлеш бирергә? һәм башҡа шундай һорауҙарға бергәләп яуап эҙләнеләр.


Программа бик бай һәм фәһемле булды. Балаларҙы йәйге каникулдан яңы уҡыу йылына әҙерләү буйынса Асҡын 2-се мәктәбе директорының башланғыс кластар буйынса урынбаҫары Гүзәл Ғәйниәхмәтова кәңәштәр бирҙе. Көн режимын нисек һаҡларға, нисек дөрөҫ туҡланырға кәрәклеген Асҡын үҙәк район дауаханаһы педиатры Сирен Ғәлләмова һөйләне. Балаларға аҡса бирергә кәрәкме һәм күпме? тигән һорауға яуапты район хакимиәте финанс идаралығының финанс контроль секторы мөдире Әлфиә Әхмәрова аңлатты. Ҡыйғаҙынан килгән өс бала әсәһе Рәмилә Вәлинурова буш ваҡытты балалар менән нисек файҙалы үткәреү тураһында һөйләп, музыкаль күстәнәс тә бүләк итте.


Артабан Ирина Владимировна ата-әсәләр менән “Уңышлы бала үҫтерәбеҙ” темаһына оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусы район хакимиәте башлығы Ришат Дихин дискуссия майҙансығы эшенә бер ни ҡәҙәр йомғаҡ яһап, районда ла ошондай ата-әсәләр ойошмаһын булдырырға кәрәклеген билдәләне. Ришат Марат улы Ирина Владимировнаға рәхмәт белдереп, район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы.


Дискуссия майҙансығында ҡатнашыусы ата-әсәләр белемдәрен камиллаштырып, практик күнекмәләр алып, рухланып таралышты.


Читайте нас: