Коллегаларым ҙур теләк менән фекер алышҡан тағы бер тема: "бушаған" шәмбе көнөн нисек файҙаланырға? Бында төрлө түңәрәктәр һәм секциялар асырға киң мөмкинлектәр тыуа. Был йәһәттән дә тәҡдимдәр күп: IP-технологиялар, робот техникаһы, мехатроника һәм башҡалар.