Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Август 2019, 12:00

Бөгөн Өфөлә мәғариф хеҙмәткәрҙәренең республика август кәңәшмәһе үтә

Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдереүенсә, 1 сентябргә 9 яңы мәктәп асыла, шулай уҡ планлаштырылған 21 мәктәптең унауһы төҙөлөп бөтә. Белем биреү учреждениеларын төҙөкләндереүгә быйыл 1 миллиард 36 миллион һум бүленгән. Был сумма уҙған йылдар күләменән күберәк. Әйтәйек, былтыр ошо маҡсатҡа 714 миллион һум йүнәлтелгән. Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта федераль аҡсаға һалынған 3 яңы мәктәп 300 миллион һумға яңы ҡорамал алған.

Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, республиканың барлыҡ мәктәптәре 1 сентябргә йылы бәҙрәфтәр менән йыһазландырыла, ҡалған 594 мәктәп йылы санузелдар менән тәьмин ителә. Бының өсөн бюджет 161 миллион һум тотонған.
2019 йылда дөйөм суммаһы 38,1 миллион һумлыҡ 43 мәктәп спортзалы төҙөкләндерелә.
«Милли проект сиктәрендә Башҡортостанда 133 «Үҫеш нөктәһе» һанлы һәм гуманитар йүнәлешле белем биреү үҙәге булдырыла. Ауыл мәктәптәрендә технология, ОБЖ һәм информатика кабинеттары яңы ҡорамал менән йыһазландырылған. 63 мәктәптә локаль селтәр һәм 2-шәр компьютер класы була, ә ике йыл дауамында республиканың барлыҡ мәктәптәрен киң һыҙатлы интернет менән йыһазландырыу күҙаллана», — тип билдәләне Айбулат Хажин.

Читайте нас: