Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Август 2019, 13:25

Мишкә районынан бала йәнле тәрбиәсе Ынйы Ғәлинурова

Балалар баҡсаһында сабыйҙар күңелен аңлаған, үҫтерә белгән, сабыр холоҡло, ижади ҡарашлы кешеләр генә оҙаҡҡа түҙәлер. Ынйы Ғәлинурова шуларҙың береһе. Ул Оло Шаҙы ауылының «Йондоҙсоҡ» балалар баҡсаһында оҙаҡ йылдар тәрбиәсе булып эшләй.

Бала саҡтан ошо һөнәр эйәһе булырға хыялланған ҡыҙ мәктәпте тамамлағас та, күп уйлап тормай, мәктәпкәсә белем биреү факультетына уҡырға инә. 1991 йылда йәш белгес тыуған ауылына эшкә ҡайта. Хеҙмәт юлын Ынйы Миҙхәт ҡыҙы пионервожатый булып башлай. Эшен бар күңелен һалып, яратып башҡара. Бынан тыш, ул йыр, рәсем дәрестәрен алып бара.

Ниһайәт, 2005 йылда үҙенең һөнәре буйынса эшкә урынлашырға форсат сыға. «Йондоҙсоҡ» балалар баҡсаһы уның икенсе йортона әүерелә. Ижади фекерләүсе белгес үҙенең эшендә яңы алымдар ҡуллана. Балалар ҙа тиҙ арала тәрбиәсене үҙ итә, баҡсаға теләп йөрөй. Үҙ эшенә мөкиббән киткән белгес байрамдарға ҡыҙыҡлы сценарийҙар әҙерләй, ата-әсәләр менән дә һәр саҡ уртаҡ тел таба. Ынйы Миҙхәт ҡыҙының тәрбиәләнеүселәре төрлө район конкурстарында әүҙем ҡатнашып, йыл да призлы урын яулай. Балалар баҡсаһы биләмәһендә ата-әсәләр менән берлектә ҡыш көндәре ҡар-боҙҙан иҫ киткес һындар эшләп, мөғжизәле әкиәт ҡаласығы төҙөйҙәр. Былар барыһы ла, әлбиттә, тәрбиәсенең эш һөҙөмтәһе.

Тормош иптәше Финат Ғәлинуров менән матур ғаилә ҡоралар. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр, үҙҙәренең хужалыҡтарын алып баралар. Бер-бер артлы өс ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Ҡыҙҙары ла, ата-әсәләренә оҡшап, тырыш, уңған. Икеһе — юғары уҡыу йорто студенты. Кескәйҙәре ауыл мәктәбендә уҡый. Тик “бишле”гә генә өлгәшкән уҡыусы мәктәп ғорурлығы. Хәстәрлекле ата-әсә ҡыҙҙары өсөн бик шатлана һәм ғорурлана.

— Һөнәремде бик яратам. Балалар менән күңел тыныслығы табам, уларҙан көс-ҡеүәт алам. Улар янына көн дә ашҡынып киләм,— ти тәжрибәле тәрбиәсе.

Бәләкәстәрҙең эске донъяһын тойомларға һәләтле, тәрән аҡыллы, сабыр, йомарт күңелле тәрбиәсене балалар ҙа һағынып көтөп ала. Был һөнәр ысын мәғәнәһендә кескәйҙәргә һөйөү, ихтирам талап итә, сөнки тап балалар баҡсаһында алған тәрбиә нигеҙе уның киләсәк тормошона нигеҙ һала. Был осорҙа балала тәбиғәткә, тирә-йүнгә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләнә, ул яҡшылыҡты яуызлыҡтан айыра белергә, дуҫтар табырға өйрәнә.

Инзилә Ситдиҡова.

Оло Шаҙы ауылы.
Читайте нас: