Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Апрель 2019, 18:58

Асҡын ҡыҙы Виктория Шакирова Мәскәүҙә башҡорт бейеүен башҡарҙы!

1-5 апрелдә Мәскәүҙә уҡыусыларҙың "Ватан" Бөтә Рәсәй конкурсы үтте. Тыуған яҡты өйрәнеү-тикшеренеү бәйгеһендә Асҡын 2-се мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Виктория Шакирова ҡатнашып, дипломант булды (етәксеһе Табаҫҡытамаҡ мәктәбе уҡытыусыһы Глафира Фәйершина). Ул тағы ла өҫтәмә конкурстарҙа ла лауреат булды. Илһөйәр ҡыҙ "Дуҫлыҡ кисәһе" ижади бәйгеһендә башҡорт бейеүен башҡарып, бөтәһен дә һоҡландырҙы.



Читайте нас: