Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Апрель 2019, 18:50

Мишкә уҡытыусылары съезға әҙерләнә


Беренсе Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусылары съезына Мишкә районы уҡытыусылары ла ентекле әҙерләнә. Күптән түгел 1-се һанлы Ф. Бүләков исемендәге Лицейҙа райондың башҡорт теле уҡытусылары кәңәшмәһе уҙғарылды. Уҡытыусылар башҡорт телен уҡытыу буйынса булған мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты, хәл итеү юлдарын эҙләне. Шулай уҡ Беренсе Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусылары съезына делегаттар һайланды.

Мишкә районы башҡорт теле уҡытыусылары 11-12 апрелдә Өфө ҡалаһында үтәсәк был сарала башҡорт теле дәрестәрен уҡытыуҙа булған күп проблемаларға яуап табылыр, тип өмөт итә.


Читайте нас: