Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Апрель 2019, 19:02

Мишкә районы Оло Шаҙы уҡыусылары — Өфөлә

Яҙғы каникул көндәрендә Оло Шаҙы мәктәбе уҡыусылары уҡытыусылар етәкселегендә Өфө ҡалаһына экскурсияға барып, бик матур тәьҫораттар менән йөрөп ҡайтты.
Өфөнөң төньяғында урынлашҡан Еңеү паркында булып, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың ҡәберен, Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндарҙың һәйкәленә ғорурлыҡ менән тын да алмай ҡарап торҙоҡ. Тыл ветерандарына һәйкәл, Мәңгелек ут, совет артиллерия күргәҙмәһенә лә туҡталдыҡ. Уҡыусылар ҡыҙыҡһынып ҡарап, барыһын да иҫтә ҡалдырырға тырышты.

Ботаника баҡсаһында үҫемлектәр донъяһы, уларҙың төрҙәре һәм сорттары менән экскурсовод апайҙар бик ентекләп таныштырҙы, үҫемлектәрҙе үҫтереү һәм уларҙы тәрбиәләү үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. Был баҡсала алмағастар, төрлө ылыҫлы ағастар, декоратив һәм дарыу үҫемлектәре, ҡырағай һәм үләнле, сәскәле үҫемлектәр үҫә. Уҡыусыларға был баҡса бик оҡшаны.

Уҡыусылар менән ашханаға инеп төшкө аш шап алғас, Лимонарийҙа булдыҡ. Бирелә бихисап ағастар үҫә. Инеп, уң яҡҡа ҡарағас та, инжир ағасы ҡаршы ала. Артабан фикус үҫеп ултыра. Лимонарийҙа хатта грейпфрукт та үҫә.

Өфөгә тәүге лимон ағастарын 1990 йылда Ташкенттан алып ҡайталар. Уның төрлө сорттары бар. Иң ҙур лимон килограмм ярымға етә. Өфө лимонарийы гранат, банан, ананас, разморин, киви, авокадо емештәренә бай. Лимонарийҙа йыл буйына йәй. Ошонда алған йылы тойғолар, хиҫтәр йыл буйына етерлек, тип уйлайым.

Киләһе туҡталыш — “Салауат Юлаев” һәйкәле, Өфөләге иң күренекле урындарҙың береһе. Ҙурлығы буйынса Европала тиңләшеүсе булмаған һыбайлы һәйкәленә уҡыусылар хайран ҡалды. Улар Салауат Юлаев кеүек үҙ илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың патриоты булырбыҙ, тыуған илде, милләтебеҙҙе ихтирам итербеҙ, тип ант итте.

Ялдың бер көнө һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Тәрән тойғоларға бирелеп, арыуҙы белмәй, күтәренке кәйеф менән ҡайтыу юлына сыҡтыҡ. Автобуста ҡайтҡансы экскурсиянан алған тәъҫораттар менән уртаҡлаштыҡ. Был сәфәр барыбыҙға ла бик оҡшаны.

Инзилә Ситдиҡова,

Оло Шаҙы мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас: