Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Апрель 2019, 14:05

Асҡындар Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезында ҡатнаша

10-12 апрелдә Өфөлә I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы уҙа.

Республиканың 100 йыллығына бағышланған сара «Торатау» конгресс-холы майҙансығында ойошторола. Асҡындан был сараға биш делегат һайланды. Улар — район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Фәтихов, туған телдәр буйынса методист Мөнзилә Әхмәтова, башҡорт теле уҡытыусылары Вилена Фәтхетдинова (Асҡын 2-се мәктәбе) менән Эльмира Шәйхуллина (Ҡышлауйылға мәктәбе), Ҡубияҙ ауылы балалар баҡсаһы мөдире Эльмира Нурисламова.

Съезда Башҡортостан Республикаһындағы һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарындағы дөйөм белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары; туған телдә уҡытылған дәүләт һәм муниципаль дөйөм белем биреү ойошмалары директорҙары; муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренең мәғариф идаралығы (бүлектәре) белгестәре һәм методистары; юғары уҡыу йорттары, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнаша.
Читайте нас: